Сармашбаш

СармашбашРәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Зәй районы ауылы. Сармашбаш ауыл советы составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

География

Ауыл Сармаш йылғаһы буйында, Зәй ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 44 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих

Сармашбаш — аҫаба башҡорттарҙың һәм типтәрҙәрҙең ауылы. 1735 йылдан Исәк атамаһы аҫтында билдәле.

Ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[3].

ХХ быуатта мәсет, мәктәп теркәлгән. 1920 йылға тиклем Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Яңы Спас улусы составында була.

1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылда — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Зәй районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1972 йылдан — йәнә Зәй районы составында[3].

Халыҡ һаны

1859 1870 1913 1920 1926 1938 1949 1958 1970 1979 1989 2002[3]
196 259 730 405 470 542 519 520 527 466 391 359

Иҫкәрмәләр

  1. Сармаш-Баш > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  2. Сармаш-Баш > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  3. 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.

Тема буйынса өҫтәмә