Сафин Барый Садиҡ улы

Сафин Барый Садиҡ улы (рус. Сафин Барей Садикович ? — 24 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Биографияһы

Сафин Барый Садиҡ улы сығышы менән Башҡортостандың Өфө ҡалаһынан. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфө ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы штабының повозочныйы булып хеҙмәт итә[2].

Украинаның Ворошиловград өлкәһе Иванов районы Юлино-2 станцияһы янында барған һуғыштарҙа 1943 йылдың 24 февралендә[2], икенсе мәғлүмәттәр буйынса 22 февралдә[3] хәбәрһеҙ юғала.

Һылтанмалар