Сафин Ғаян Сафа улы

Сафин Ғаян Сафа улы (рус. Сафин Гаян Сафинович (1904 йыл — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты.

Биографияһы

Сафин Ғаян Сафа улы 1904 йылда хәҙерге Башҡортостандың Балаҡатай районында тыуа. Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 112-се кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының ветеринар часында дағалау инструкторы булып хеҙмәт итә[1]. 1942 йылдың 15 декабрендә подразделениеның 280-се бойороғо менән дағалау инструкторы сержант Сафин Ғаян Сафа улы дағалау материалын етештереүҙе ойоштороуы өсөн «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ була. Ул полк аттарын дағалауҙы өлгөлө ойоштора һәм уларҙың хәрби һәләтлеген тәьмин итә[2].

Сафин Ғаян Сафа улының артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Һылтанмалар