Семёнов Игорь Александрович

Игорь Александрович Семёнов (1966 йылдың 14 ноябре, Салауат, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй эшҡыуары, йәмәғәт эшмәкәре. 1999 йылдан «Ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5—7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013 йылдан)[1].

Биографияһы

Семёнов Игорь Александрович 1966 йылдың 14 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуған[2].

Салауат индустриаль техникумын тамамлаған[3].

Хеҙмәт юлын 1986 йылда Салауат оптика-механика заводында инженер-конструктор булып башлай. 1991—1999 йылдарҙа «Тонес» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры була[2].

1999 йылдан — «Ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы ҡала округының беренсе һәм өсөнсө (2015—2019) саҡырылыш советы депутаты була[2].
  • «Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы» сәйәси партияһынан Берҙәм республика һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының:
    • бишенсе саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы» сәйәси партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең парламенттағы фракцияһы ағзаһы[1];
    • алтынсы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы» сәйәси партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең парламенттағы фракцияһы һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты ағзаһы[1];
    • етенсе саҡырылыш (2023 йылдан) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1]. «Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы» сәйәси партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең парламенттағы фракция етәксеһе урынбаҫары, етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Дәүләт ҡоролошо һәм урындағы үҙидара буйынса комитеты[4] һәм етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Депутаттар тәҡдим иткән килемдәр, сығымдар, мөлкәт һәм мөлкәт характерындағы йөкләмәләр тураһындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн контролдә тотоу буйынса комиссияһы ағзаһы[5].
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы «Эшҡыуарҙар союзы» урындағы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе[6].

Ғаиләһе

  • Тормош иптәше менән ул һәм ҡыҙ үҫтерә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Семёнов Игорь Александрович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 апрель 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 4 Семёнов Игорь Александрович — биография (18 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026. (рус.)
  3. 1 2 Семёнов Игорь Александрович. Проект «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026. (рус.)
  4. Комитет по государственному строительству и местному самоуправлению. Семёнов Игорь Александрович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026. (рус.)
  5. Комиссия Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан седьмого созыва по контролю за достоверностью сведений о доходах, расходах, об имуществе и обязательствах имущественного характера, представляемых депутатами. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026. (рус.)
  6. Местная общественная организация «Союз предпринимателей» города Салавата РБ. Председатель Семёнов Игорь Александрович. Бесплатный сервис проверки контрагентов «Апфокс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026. (рус.)
  7. 1 2 3 Семёнов Игорь Александрович. Российское информационное агентство «RusTeam.media». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026. (рус.)