Семёнов Степан Яковлевич
Семёнов Степан Яковлевич (4 июль 1924 йыл — ғинуар 2013 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-лейтенант (2005). Бөйөк Ватан һәм Афған һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР Ҡораллы Көстәренең элекке Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Төркөстан хәрби округы элемтә ғәскәрҙәре начальнигы.
Биографияһы
Степан Яковлевич Семёнов 1924 йылдың 4 июлендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы [1] Кожай-Максим ауылында тыуған.
1942 йылдың 17 авгусында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Уральск ҡалаһында эвакуацияла эшләгән Одесса пехота училищеһына уҡырға йүнәлтмә ала. 1943 йылдың ғинуарында Үҙәк фронтҡа ебәрелә.
Һуғыш йылдарында ике тапҡыр ҡаты яралана. Аҙаҡҡы дауаланыуынан һуң Муром ҡалаһында урынлашҡан Хәрби элемтә училищеһына ҡабул ителә, уҡыуын 1946 йылдың майында тамамлай. Йәш офицер Алыҫ Көнсығышҡа — Чукотка ярымутрауындағы хәрби часткә тәғәйенләнә.
1956 йылда СССР Оборона министрлығының Ленинград Элемтә академияһына уҡырға инә, уны тамамлағас, Ровно ҡалаһына, ә 1962 йылда Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөнә һауа һөжүменән һаҡланыу радиотехник батальоны командиры итеп ебәрелә.
1968 йылдан – Ровно ҡалаһында урынлашҡан айырым элемтә полкы командиры, 1970-1974 йылдарҙа-Житомир ҡалаһында 2-се танк Армияһының элемтә ғәскәрҙәре начальнигы.
1974 йылдың мартында С.Я. Семенов Ташкент Ҡалаһының Ҡыҙыл Байраҡлы Төркөстан хәрби округының элемтә ғәскәрҙәре начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә. Афған ваҡиғаларында әүҙем ҡатнаша. Биш йыл тиерлек Афғанстанда була, ғәскәрҙәрҙең хәрби эшмәкәрлеге өсөн элемтә тәьмин итә.
Тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн 27 орден һәм миҙал менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1998 йылға тиклем — Бишбүләк районы
Һылтанмалар
- Семенов Степан Яковлевич. Бижбулякский историко-этнографический музей. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2024.