Симаков Кузьма Михайлович
Симаков Кузьма Михайлович — (1906 йыл — ?), легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 1942 йылдың май айында хәбәрһеҙ юғала[1] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1943 йылдың 9 сентябрендә)[1].
Биографияһы
Симаков Кузьма Михайлович 1906 йылда хәҙерге Башҡортостандың Шаран районы Людмиловка ауылында тыуа. 1941 йылдың 15 декабрендә Шаран районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 66-сы гвардия кавалерия полкы кавалерисы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың майында хәбәрһеҙ юғала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1943 йылдың 16 ғинуарында Германияла әсилектә вафат була[2]. Юғалтыуҙар исемлегендә Симаков Кузьма Михайловичтың Людмиловка ауылында йәшәгән ҡатыны Симакова Татьяна Яковлевна күрһәтелгән. Ҡатынының күрһәтмәһе буйынса фронттан иренең бер хаты ғына килә. Унда Симаков Кузьма Михайлович немецтарҙы туҡмауы тураһында хәбәр итә[1].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Сығанаҡтар
- Источник информации: ВК Республики Башкортостан Фонд ист. информации: Отдел ВК по Бакалинскому и Шаранскому р-нам Республики Башкортостан.Дело ист. информации: 11007384