Сираев Ғәли Фазлый улы

Сираев Ғәли Фазлый улы (рус. Сираев Галей Фаздиевич 1915 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, старшина.

Биографияһы

Сираев Ғәли Фазлый улы 1915 йылда элекке Башҡортостандың Ҡандра районында (хәҙер Туймазы районы) тыуа. Ҡандра район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Көньяҡ-Көнбайыш фронтта 112-се кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының 2-се эскадроны составында һуғыша. Хәрби званиеһы — старшина[1]. 1942 йылдың 21 декабренән алып декабрҙең 22-нә тиклем осорҙа бейеклек өсөн һуғышта 2-се эскадрон старшинаһы Сираев Ғәли Фазлый улы һуғыш яланынан ҡоралдары менән 10 яралы һалдатты алып сыға, ике дошман һалдатын юҡ итә. Шәхси составты һуғыш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе яҡшы ойоштора. Подразделениеның приказы менән 1943 йылдың 1 ғинуарында Сираев Ғәли Фазлый улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]. Сираев Ғәли Фазлый улының артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Һылтанмалар