Сиражетдинов Харас Латип улы
Биографияһы
Сиражетдинов Харас Латип улы сығышы менән Башҡортостандың Өфө ҡалаһынан. 1918 йылда тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Өфө ҡалаһының Сталин районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының орудие расчеты составында хеҙмәт итә[1].
1943 йылдың 4 февралендә Украинаның Ворошиловград өлкәһе (хәҙер Луганск өлкәһе) Иванов районының Юлино-2 станцияһы янында барған аяуһыҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғала[2].
Туғандары тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. СИРАЗИТДИНОВ (Сиразетдинов) Хари(а)с Латыпович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа. Сиразетдинов Харис Латыпович. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
Сығанаҡтар
- ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18001 Дело ист. информации: 818