Сириус (белем биреү үҙәге)

«Сириус» (рус. Сириус (образовательный центр)) — Рәсәйҙең һәләтле балаларына ярҙам итеү өсөн ойошторолған белем биреү үҙәге.

2015 йылда (ойошторолған ваҡытында) үҙәк Сочи ҡалаһының Адлер районына ҡарай (Краснодар крайы). 2020 йылда үҙәк урынлашҡан Имеретия уйһыулығы ҡала тибындағы «Сириус» ҡасабаһы итеп үҙгәртелә, ул — 2020 йылдың 22 декабрендә Рәсәйҙең беренсе федераль территорияһы[1][2].

«Сириус» үҙәгендә уҡыу программаһына спорт, художестволы һәм уҡыу буйынса ҡаҙаныштары булған уҡыусылар (Рәсәй Федерацияһы йәки БДБ илдәре граждандары) эләгә ала. «Сәнғәт» программаһына һайлап алғанда ғаризалар һәм портфолио ҡарала, «Спорт» йүнәлешенә буйынса команда йәки шәхси рейтинг, «Фән» йүнәлешенә буйынса олимпиадалар, юғары кимәлдәге ғилми-тикшеренеү һәм проект конкурстары ҡарала[3].

Тарихы

2013 йылда Рәсәй Президенты В. В. Путин Сочиҙағы ҡышҡы Олимпия уйындары тамамланғас, Олимпия паркы объекттарының бер өлөшөн яңы балалар спорт үҙәгенә бирергә тәҡдим итә. 2013 йылдың ноябрендә Рәсәй Хөкүмәте ошондай үҙәк булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуя. Ләкин 2014 йылда Рәсәйҙең бөтә һәләтле балаларына ярҙам итеү буйынса ҙурыраҡ проект идеяһы барлыҡҡа килә. Ошо маҡсатта 2014 йылдың 24 декабрендә «Талант һәм уңыш» фонды ойошторола, күҙәтеү советын Пути етәкләй[4].

2015 йылда «Талант һәм уңыш» мәғариф фонды Олимпия инфраструктураһы объекттары нигеҙендә «Сириус» үҙәген — интенсив программалы белем биреү ойошмаһын булдыра, уға юғары кимәлдәге уҡытыусылар һәм уҡыусылар саҡырыла. «Талант һәм уңыш» фондының фән өлкәһендәге директоры урынбаҫары М. И. Случ һүҙҙәренсә, Путин мәғариф, мәҙәниәт һәм спорттың үҙ-ара бәйләнешенә иҫәп тоторға ҡарар итә, шуға күрә үҙәк күп тармаҡлы булараҡ уйланыла, өс төрлө йүнәлеште: фәнде (математикаға, физикаға, химияға, биологияға айырым иғтибар бүленә), сәнғәтте (классик балет, һынлы сәнғәт, академик музыка, әҙәби ижад) һәм спортты (хоккей, фигуралы шыуыу, шахмат) берләштерә[3][4].

2015 йылдың башында һайланған үҙәктең исеме иң сағыу йондоҙ исеме менән бәйле, сөнки, Путин әйтеүенсә, унда «ҡыҙыҡлы, үҙ эше менән мауыҡҡан балалар», буласаҡ йондоҙҙар киләсәк[4].

«Сириус» белем биреү үҙәге 2015 йылдың 1 июнендә асыла[4].

2020 йылдың апрель һәм май айҙарында ковид-19 пандемияһы арҡаһында уҡыусылар уҡырға килмәй, ләкин мәғариф үҙәге эшен туҡтамай: үҙәк хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙ уҡытыу ҡағиҙәләрен әҙерләй. 2020 йылдың июнендә үҙәк эше тергеҙелә, әммә 157 кеше (фигуралы шыуыу һәм хореография йүнәлешендәге уҡыусылар) генә килә, Июлдә 450 бала килә, ә август айында — 650[5].

Инфраструктура

Башта «Сириус» территорияһында тик «Азимут» ҡунаҡханаһы бинаһы, быуа һәм төнгө клуб ғына урынлашҡан була[5]. Ул мәктәп уҡыусылары өсөн ятаҡ һәм уҡыу корпусы итеп йыһазландырылған[3]. Биләмәлә мәктәп һәм спорт комплексы төҙөлә. Биләмә төҙөкләндерелде: һирәк осрай торған үҫемлектәр ултыртыла, быуаға алтын балыҡтар ебәрелә, кроссфит зоналары йыһазландырыла[5].

"Сириус"та ике төп спорт төрө — хоккей һәм фигуралы шыуыуға үҫешә. Уларға ике олимпия объекты тапшырыла[3][5].

Үҙәккә бассейндар, спорт майҙансыҡтары, теннис корттары һәм «Айсберг» ҡышҡы спорт төрҙәре һарайы бирелә[4]. Фән һәм сәнғәт паркында лабораториялар, һынлы сәнғәт студиялары, хореография залдары һәм оҫтаханалар эшләй, шулай уҡ заманса фән музейы урынлашасаҡ[3][5].

Шулай итеп, олимпия объекттары ташландыҡ хәлдә ҡалмай[5].

Үҙәк эше

Үҙәк йыл әйләнәһенә эшләй (балаларҙың һәр яңы төркөмө 24 көнгә килә). Ай һайын бында бөтә Рәсәйҙән фәнде, сәнғәтте өйрәнеүҙә йәки спортта һәләттәрен күрһәткән йәки уңыштарға өлгәшкән 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге 800-гә яҡын бала уҡый. Студенттарҙы оҙатып йөрөгән уҡытыусылар һәм тренерҙар "Сириус"та квалификацияһын күтәрә. Балалар өсөн уҡыу үҙәгенә килеү һәм йәшәү бушлай («Талант һәм уңыш» фонды түләй)[6][7][4]. Уҡыу барышында балаларҙа лидерлыҡ һәләттәре үҫә[4]. Уларҙың төп бурысы — махсуслаштырылған программаны үтәү.

Бөтә уҡыусылар ҙа спорт, фән һәм сәнғәт өлкәһендәге алдынғы белгестәрҙең лекцияларын һәм оҫталыҡ дәрестәрен, шулай уҡ ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтарҙа даими дәрестәргә йөрөй ала[5].

"Сириус"та балалар өсөн ял итеү урындары менән йыһазландырылған: дәрестәр араһында балалар һауыҡтырыу үҙәгенә, асыҡ бассейнға, төрөк, фин һәм рус мунсалары менән термаль комплексҡа, спорт майҙансыҡтарына, китапханаға, кинотеатрға һәм пляжға йөрөй ала[3][4].

Төбәктәрҙә үҙәктәр

"Сириус"тыңң бөтә Рәсәй буйынса һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү буйынса 92 төбәк үҙәге бар. Был үҙәктәр төбәктәрҙә һәләтле йәштәрҙе таба, ошо балаларҙы уҡытыу буйынса дистанцион һәм шәхси программалар әҙерләй һәм тормошҡа ашыра. Улар һәләтле балалар менән эшләгән уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү менән шөғөлләнә[8].

Һәр төбәк үҙәге, «Талант һәм уңыш» фонды тәжрибәһен иҫәпкә алып, Рәсәй Федерацияһы субъекты башлығы ҡарары буйынса үҙаллы берәмек булараҡ булдырыла. Фонд төбәк башлыҡтары менән килешеү буйынса төбәк үҙәктәре селтәрен төҙөү эшендә ҡатнаша (координациялай, оҙата, мәғлүмәт-методик ярҙам күрһәтә), әммә туранан-тура улар менән етәкселек итмәй[8].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Путин подписал закон о федеральной территории «Сириус». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2023. Архивировано 22 декабрь 2020 года.
  2. Федеральный закон от 22.12.2020 № 437-ФЗ «О федеральной территории „Сириус“». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2023. Архивировано из оригинала 12 май 2021 года.
  3. 1 2 3 4 5 6 Николаева Д. О. «Сириус» — уникальная площадка для работы с одарёнными детьми. Вестник образования России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2023.
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 Всероссийский образовательный центр для одаренных детей «Сириус». Досье. ТАСС (20 август 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2023.
  5. 1 2 3 4 5 6 7 Таратин И. Не только звезда: история «Сириуса», самого яркого образовательного центра страны. Альманах: литературный сборник молодых авторов (октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2023.
  6. «Сириус»: Общая информация. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2023. Архивировано 24 ноябрь 2020 года.
  7. Образовательный центр «Сириус». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2023. Архивировано 27 ноябрь 2020 года.
  8. 1 2 Региональные центры выявления и поддержки одаренных детей (общие сведения)). Образовательный центр Сириус. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2023.

Тема буйынса өҫтәмә