Ситдиҡов Оскар Эхтибар улы
Оскар Эхтибар улы Ситдиҡов (рус. Оскар Эхтибарович Ситдиков, 1989 йылдың 14 ғинуары, Үҙәнбаш, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәйҙең хәрби һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, разведка майоры[1]. 2025 йылдың 25 авгусынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы[2].
Биографияһы
1989 йылдың 14 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Үҙәнбаш ауылында тыуған[2].
Белоретта лицей-интернатты тамамлағандан Һуң Санкт-Петербургтағы Советтар Союзы Маршалы С. М. Будённый исемендәге Хәрби элемтә академияһына уҡырға инә[3], академияны 2012 йылда[4] һәм уны мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә диплом менән тамамлай[5].
Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәрендә
2012 йылда Монголия сигендәге Кяхта ҡалаһында (Бүрәт Республикаһы) урынлашҡан хәрби часҡа тәғәйенләнә. Унда хәрби разведкала хеҙмәт итә башлай[5].
2014 йылдан разведка взводы командиры, артабан — рота командиры[5].
Сүриәләге хәрби операцияларҙа, ә 2022—2024 йылдарҙа махсус хәрби операцияла (рус.)баш. (МХО) ҡатнаша.
2025 йылдың авгусында Оскар Ситдиҡов Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен тамамлай[2].
«Геройҙар ваҡыты» программаһы
2024 йылдың майында «Геройҙар ваҡыты» (рус.)баш. кадрҙар программаһының беренсе ағымында ҡатнаша[6].
Уның кураторы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙе була. Уның етәкселегендә Ситдиҡов Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтендә стажировка үтә[3].
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы
2025 йылдың 25 авгусында Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә[3].
Был вазифала Оскар Ситдиҡов ветерандар ойошмалары менән үҙ-ара эш итеүҙе, МХО менән бәйле мәсьәләләрҙе, социаль һәм патриотик проекттарҙы үҫтереүҙе күҙәтәсәк[4].
Үҙенең тәғәйенләнешенә комментарий биреп, Оскар Ситдиҡов былай ти[6]:
«Геройҙар заманы» программаһы дәүләт идараһы өлкәһендә системалы белем менән тәьмин итә, был төрлө социаль һәм йәштәр проекттары өҫтөндә эшләүҙә, шул иҫәптән патриотик тәрбиә өлкәһендәге башланғыстарҙы үҫтереүҙә үҙеңде һөҙөмтәле күрһәтергә мөмкинлек бирә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Оскар Ситдиҡов — Башҡортостан МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе[1].
Шәхси тормошо
Өйләнгән, ике ҡыҙы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Батырлыҡ ордены;
- Генерал Шайморатов ордены;
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[7][8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Байджанова, Юлия. «СВО многим открыла глаза». Майор разведки о героях и новом патриотизме (26 август 2025). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Помощником Главы Башкирии назначен Оскар Ситдиков (25 август 2025). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Хабиров назначил участника СВО своим помощником (25 август 2025). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Кавалер ордена Мужества, участник программы «Время героев» Оскар Ситдиков назначен помощником Главы Республики Башкортостан. Времягероев.рф (26 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 август 2025.
- ↑ 1 2 3 От мечты к командирским погонам: как мальчик из башкирского села вырос и стал героем (11 февраль 2025). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Участник программы "Время героев" стал помощником главы Башкирии (26 август 2025). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Ветеран СВО Оскар Ситдиков стал помощником Радия Хабирова (26 август 2025). 26 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Помощником главы Башкирии назначен ветеран СВО (25 август 2025). 26 август 2025 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Радий Хабиров назначил участника СВО Оскара Ситдикова своим помощником (Тикшерелеү көнө: 26 август 2025)