Собханғолов Абдрахман Собханғол улы
Собханғолов Абдрахман Собханғол улы (рус. Субхангулов Абдрахман Субхангулович 1922 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 1943 йылдың 15 октябрендә Украинала барған һуғышта хәбәрһеҙ юғала.
Биографияһы
Собханғолов Абдрахман Собханғол улы 1922 йылда хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының элемтә отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 15 октябрендә Украинаның Чернигов өлкәһендә барған аяуһыҙ һуғыш ваҡытында хәбәрһеҙ юғала[2]. Юғалтыуҙар исемлегендә ҡыҙылармеец Собханғолов Абдрахман Собханғол улының Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылында йәшәүсе атаһы А. С. Собханғолов күрһәтелгән.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. СУБХАНГУЛОВ Абдрахман Субхангулович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа. Субхангулов Абдрахман Субхангулович Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
Сығанаҡтар
- ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18002 Дело ист. информации: 245