Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улы
Биографияһы
Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улы 1903 йылда элекке Башҡортостандың Өфө өйәҙе Шишмә районында Өйҙөрәк ауылында тыуа. 1943 йылдың 11 ғинуарында Шишмә районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында ҡылыссы, ездовой булып хеҙмәт итә[1].
1944 йылдың 12 ғинуарында Белоруссия ерҙәрендә барған ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк була. Белоруссияның Полесье өлкәһе (хәҙер Гомель өлкәһе), Мозырь районының Загорины ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Юғалтыуҙар исемлегендә Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улының Шишмә районында йәшәгән ҡатыны Собханҡолова Мәскүҙә Гариф ҡыҙы күрһәтелгән[2].
1944 йылдың 6 ғинуарынан 15 ғинуарға тиклем осорҙа күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Бүләкләү ҡағыҙында ҡыҙылармеец Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улы тураһында былай тип яҙылған:
| Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улы һөжүм итеү һуғыштарында үҙен ҡыйыу һәм тәжрибәле ездовой итеп күрһәтә. Дошмандың көслө уты аҫтында юлһыҙлыҡ шарттарында ул ут һыҙығына миналар ташый, минометтарҙы хәрби кәрәк-яраҡтар менән өҙлөкһөҙ һәм үҙ ваҡытында тәьмин итә.[3] |
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. СУБХАНКУЛОВ (Супхангулов) Хадрей (Хабрей) Ахсанович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа. Субханкулов Хадрей Ахсанович Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Супханкулов Хабрей Асханович Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
Сығанаҡтар
- ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 18н, ящик 2
- ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18002 Дело ист. информации: 440