Солеев Иван Андреевич

Солеев Иван Андреевич (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Биографияһы

Солеев Иван Андреевич сығышы менән хәҙерге Башҡортостандың Күгәрсен районы Бөркөт ауылынан. 1910 йылда тыуған. 1943 йылда Күгәрсен районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16 гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында ездовой булып хеҙмәт итә[1].

Ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 76 мм батареяның гвардия ҡыҙылармеецы ездовой Солеев Иван Андреевич Бранденбург ҡалаһы өсөн һуғыш ваҡытында дошман уты аҫтында Зило каналы аша кәмәлә хәрби кәрәк-яраҡтар ташый, һәм дошмандың контрһөжүмен кире ҡағыуға булышлыҡ итә. 1945 йылдың 14 майында подразделениеның 10/н бойороғо менән ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].

1945 йылдың 15 июлендә гвардия ҡыҙылармеецы батарея ездовойы Солеев Иван Андреевич Браллентин ауылы янында барған һуғышта дошмандың көслө миномет уты аҫтында снарядтар ташый һәм һуғыш яланынан өс яралы яугирҙы алып сыға. Был батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Молеев икенсе тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

1945 йылдың 9 майында СССР Юғары Советы Президиумының ҡарары менән «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 76, ящик 3