Соломон Гуггенхайм музейы

Соломон Гуггенхайм музейы[4] (ингл. Solomon R. Guggenheim Museum) — АҠШ-та сәнғәт музейы. Меценат һәм коллекционер Соломон Гуггенхайм тарафынан булдырылған. Нью-Йорк ҡалаһында, «музейҙар миле» булараҡ билдәле булған районда урынлашҡан. Донъяла иң боронғо һәм кеше күп йөрөгән хәҙерге заман сәнғәте йыйылмаһы.

2019 йылда ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә («Фрэнк Ллойд Райттың XX быуат архитектураһы» ингл. The 20th-Century Architecture of Frank Lloyd Wright составында) ингән.[5][6]

Тарихы

Соломон Р. Гуггенхайм 1890-сы йылдарҙан элекке оҫталарҙың эштәрен йыя. 1926 йылда ул рәссам Хилла фон Ребай таныша. Хилла уны Европа авангард сәнғәте, айырым әйткәндә, абстрактлы сәнғәт менән таныштыра. Фон Ребай фекеренсә, был сәнғәт төрө рухи һәм утопия аспектына (предметһыҙ сәнғәт) эйә булған[7]. Гуггенхайм үҙенең коллекциялау стратегияһын тулыһынса үҙгәртә, мәҫәлән, Василий Кандинский эштәренә иғтибарын йүнәлтә. Ул Нью-Йоркта «Плаза» отелендәге фатирында үҙенең коллекцияһы менән йәмәғәтселекте таныштыра башлай. Коллекция арта барыу менән, ул хәҙерге сәнғәтте аңлатыуға булышлыҡ итеү маҡсатында, 1937 йылда Соломон Р. Гуггенхайм фондын булдыра[8]. Башта С. Гуггенхайм, Германиянан эмиграциялаған баронесса Хилла фон Ребайға «Предметһыҙ һынлы сәнғәт музейын» (Museum of Non-Objective Painting) ойошторорға тәҡдим итә[9]. Йәмәғәтселеккә үҙенең коллекцияһын асып, Гуггенхайм америкаларҙы Василий Кандинский һәм Пит Мондриан кеүек абстракционистарҙың ижади эҙләнеүҙәренә иғтибарҙы йәлеп итергә өмөт иткән.

1943 йылдың июнендә Хилла фон Ребай АҠШ-тың шул ваҡыттағы иң билдәле архитекторы 76 йәшлек Фрэнк Ллойд Райтҡа яңы музей бинаһы төҙөлөшөнә заказ яһай. Төҙөлөш өсөн Үҙәк парктың ғәйәт ҙур йәшел массивы янындағы 88-се менән 89-сы урамдары араһындағы Бишенсе авенюла участка бүленгән. Ғәҙәти булмаған түңәрәк формалы ап-аҡ бинаны проектлап, Райт музей архитектураһының барлыҡ ғәмәлдәге моделдәренән ситләшкән. Музейға килеүселәр лифтта иң юғары ҡатҡа күтәрелеп, эске өҙлөкһөҙ спираль буйлап аҫҡа төшә һәм пандустың үҙендә лә һәм уға тоташҡан залдарҙағы экспозиялар менән таныша бара тип күҙалланған. Райт әйтеүенсә, төҙөлөш тамамланғас, күршеләге Метрополитен музейы кәртә-ҡура һымаҡ күренәсәк, тигән[10]. Музей бинаһы ысынлап та, бихисап һоҡланыулы баһаларға күмелеп, XX быуат архитектураһының өлгөләренең береһенә әүерелә[11].

1950-се йылдарҙа музейға килеүселәрҙең һанын, даирәһен киңәйтеү маҡсатында фигуралы әҫәрҙәр (һынлы сәнғәттән тыш, скульптуралар һәм фотографиялар) һәм хатта XIX быуат аҙағындағы постимпрессионистарҙың эштәре менән тулылана башлай. Түңкәрелгән пирамидаль башня рәүешендәге музей бинаһының төҙөлөшө 1959 йылда тамамлана, был ваҡытҡа ҡарай Соломон Гуггенхайм һәм Фрэнк Райт иҫән булмаған ине. 1961 йылдан 1988 йылға ҡәҙәр Томас Мессер музей менән етәкселек итә. 2013 йылда музейға 1,2 миллион кеше килгән[12]. Йыйылмаларҙың бер өлөшө башҡа Гуггенхайм фонды музейҙарында (мәҙәлән, Бильбаола) күрһәтелә.

Гуггенхайм фондының филиалдары һәм башҡа музей проекттары

undefined

Күргәҙмәләр

Гуггенхайм музейы ғәйәт ҙур күргәҙмәләре менән билдәле. Улар тотош цивилизацияларҙың һәм ҡитғаларҙың сәнғәтен (Африка: ҡитға сәнғәте, Ҡытай: биш мең йыллыҡ, Ацтектар империяһы һәм башҡалар) күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

2005 йылда Рәсәй! күргәҙмәһе тамашасыларға XIII быуаттан хәҙерге заманға тиклемге Рәсәй сәнғәте шедеврҙарын, шулай уҡ Рәсәй батшалары һәм сәнәғәтселәре тарафынан йыйылған донъя кимәлендәге коллекциялар, О. Кипренский, Д. Левицкий, К. Брюллов, А. Иванов, И. Репин, И. Крамской, Н. Ге, М. Врубель, В. Серов, К. Малевич, М. Шагал, А. Дейнека, А. Лактионов һәм башҡа танылған рәссамдарҙың әҫәрҙәре тәҡдим ителде. Быға тиклем, масштабтары һәм шедеврҙар күплеге буйынса АҠШ-та Рәсәй сәнғәте күргәҙмәләре ойошторолмаған. Рәсәй яғынан проекттың кураторы З. И. Тереғолова була.

Билеттар

Өлкәндәр өсөн тулы билеттың хаҡы — $25, суденттар һәм пенсионерҙар (65 йәштән алып) — $18, 12 йәшкә тиклемге балалар — бушлай. Шәмбе көнө 17:45 сәғәттән 19:45 сәғәткә тиклем — инеүгә ирекле түләү (желательно $10, сират 17:15 сәғәттән формалаша, һуңғы билет 19:15 сәғәттә һатыла)[17].

Галерея

Тышҡы күренеше

Эске күренеше

Саклер һынлы сәнғәт үҙәге һәм Театр залы

Быяла көмбәҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Рейтинг посещаемости музеев и выставок // The Art Newspaper Russia № 4 (23). — 2014. — май.
  2. https://www.guggenheim.org/history/solomon-r-guggenheim
  3. Richard Armstrong Named New Director of Solomon R. Guggenheim FoundationСоломон Гуггенхайм музейы, 2008.
  4. Гуггенхейм / А. Г. Вяземцева // Григорьев — Динамика. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — С. 128. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 8). — ISBN 978-5-85270-338-5.
  5. Центр всемирного наследия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2020. Архивировано 6 ғинуар 2021 года.
  6. Центр всемирного наследия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2020. Архивировано 12 июль 2020 года.
  7. «Exhibition of Works Reflecting the Evolution of the Guggenheim’s Collection Opens in Bilbao», artdaily.org, 2009. Retrieved April 18, 2012.
  8. «Biography: Solomon R. Guggenheim», Art of Tomorrow: Hilla Rebay and Solomon R. Guggenheim, Solomon R. Guggenheim Foundation. Retrieved March 8, 2012.
  9. The Museum of Non-Objective Painting. — New York: The Solomon R. Guggenheim Foundation, 2009.
  10. Art: Last Monument — TIME. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2018. Архивировано 1 декабрь 2018 года.
  11. Francesco Dal Co. The Guggenheim: Frank Lloyd Wright’s Iconoclastic Masterpiece. Yale University Press, 2017. ISBN 978-0-300-22605-8.
  12. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2018. Архивировано 18 ноябрь 2017 года.
  13. Отчёт музея за 2008 год (ингл.) (недоступная ссылка — история). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года. 2012 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
  14. Водо В. Вильнюс попал в сеть Гуггенхайма // Коммерсантъ. — 2008. — 9 апр.
  15. Собств. корр. Музей Гуггенхайма в Хельсинки(недоступная ссылка) // www.artukraine.com.ua. — 2012. — 11 янв.
  16. ГОРПРОЕКТ — Музей Гуггенхайма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2021. Архивировано 22 август 2021 года.
  17. Официальный сайт музея Гуггенхайм. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2019. Архивировано 24 март 2019 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә