Старовойт Роман Владимирович

Старовойт Роман Владимирович (1972 йылдың 20 ғинуары, Курск2025 йылдың 7 июле, Одинцово, Мәскәү өлкәһе) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 2024 йылдың 14 майынан 2025 йылдың 7 июлендә тиклем Рәсәй Федерацияһының транспорт министры.

2025 йылдың 7 июлендә Мякининолағы үҙ йортонда үҙ-үҙенә ҡул һала[1].

Биографияһы

Роман Владимирович Старовойт 1972 йылдың 20 ғинуарында Курск ҡалаһында тыуған. Атаһы — Старовойт Владимир Александрович Курск атом электр станцияһында эшләй[2][3]. 1974 йылда уны Ленинград АЭС-ына, Ленинград өлкәһенең Сосновый Бор ҡалаһына күсерәләр[4], Романдың бала сағы шунда үтә.

Белеме

«Импульслы йылылыҡ машиналары» һөнәре буйынса 1995 йылда Д. Ф. Устинов исемендәге Балтик дәүләт техник университетын тамамлай[5].

«Дәүләт органдары һәм муниципаль органдар менән идара итеү» һөнәре буйынса 2008 йылда Төньяҡ-көнбайыш дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай[6]..

2012 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Мәскәү университетында «Инновационная методика подготовки спортсменов в зимнем полиатлоне» темаһына «педагогия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай[7].

2019 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы Дәүләт идаралығы юғары мәктәбендә (ВШГУ) идара итеү кадрҙары резервын үҫтереү программаһы буйынса уҡый.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Бизнеста

1995 йылда «Төбәк инвестиция агентлығы» акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры була. 1995 йылдан — «Сәнәғәт» фәнни-производство фирмаһының активтар менән идара итеү буйынса генераль директоры, 2002—2005 йылдарҙа — «Стройинвест» төҙөлөш компанияһының хужаһы һәм генераль директоры[8].

Рәсәй министрлыҡтары һәм ведомстволарында

2005 йылдан Санкт-Петербург хөкүмәтенең инвестициялар һәм стратегик проекттар буйынса комитетының инвесторҙар менән эшләү бүлеге начальнигы, 2007 йылдан — комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары[4]. 2010 йылдан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Аппаратының Сәнәғәт һәм инфраструктура департаменты директоры урынбаҫары.

2012 йылдың 22 ноябренән Федераль юл агентлығы (Росавтодор) етәксеһе, 2018 йылдың 1 октябренән — Рәсәй Федерацияһы транспорт министры урынбаҫары[8].

Курск өлкәһе башлығы

2018 йылдың 11 октябрендә, Александр Михайлов отставкаға киткәндән һуң, Роман Старовойт Курск өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[9].

2019 йылдың 4 апрелендә партияһыҙ Старовойт ошо йылдың 8 сентябренә тәғәйенләнгән Курск өлкәһе губернаторы һайлауында партиянан кандидатты һайлап алыу буйынса «Берҙәм Рәсәй» праймеризында ҡатнашыу өсөн документтар тапшыра[10]. «Берҙәм Рәсәй»ҙең Курск төбәк бүлексәһендә йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһендә 257 делегаттың 229-ы Старовойт өсөн тауыш бирә. Июнь айында «Берҙәм Рәсәй» уны губернаторлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә[11].

2019 йылдың авгусында Рәсәй Президенты Владимир Путин Старовойт менән осраша һәм уның милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы, төбәктең инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыу, дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптары нигеҙендә автомобиль юлдары һалыуҙы, поликлиникалар, шулай уҡ мәктәптәр һәм балалар баҡсаларын төҙөүҙе арттырыу тураһындағы докладын ҡабул итә[12].

2019 йылдың 8 сентябрендә Старовойт һайлауҙа ҡатнашҡан 41,56% халыҡтың 81,07% тауышын ала һәм биш йылға Курск өлкәһе губернаторы итеп һайлана[13].

2020 йылдың 9 ноябрендә Старовойт «Берҙәм Рәсәй» партияһына инә[14].

2020 йылдың 21 декабренән — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы президиумы ағзаһы[15].

РФ Хөкүмәтендә

2024 йылдың 12 майында Михаил Мишустин Рәсәй транспорт министры вазифаһына Роман Старовойт кандидатураһын тәҡдим итә[16]. 14 майҙа Дәүләт Думаһы уны был вазифаға раҫлай[17], шул уҡ көндө РФ Президенты министрҙы тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуя[18].

2025 йылдың 7 июлендә президенттың 448-се указы менән Старовойт Рәсәй Федерацияһының транспорт министры вазифаһынан бушатылды[19].

Уҡытыу эшендә

Губернатор эшмәкәрлеге менән бергә Старовойт Көньяҡ-көнбайыш дәүләт университетының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм һалым һалыу кафедраһы доценты сифатында лекциялар уҡый[20]..

Класс чины

• Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Почёт ордены (2014)
• II дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте һәм отличиеһы өсөн» миҙалы (2015)
• «Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» алтын миҙалы (2015)
• Александр Невский ордены (2017)
• I дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте һәм отличиеһы өсөн» миҙалы (2018)
Дуҫлыҡ ордены (2020)[21]

Ғаиләһе, шәхси тормошо

Ҡатыны менән айырылышҡан. Ике ҡыҙы бар.

Мауығыуҙары

Роман Старовойт дүрт тапҡыр Мәскәү халыҡ-ара тыныслыҡ марафонында ҡатнаша. Триатлон менән мауыға, 2018 йылдың 7 октябрендә 13 сәғәт 33 минутта — 3800 метрға йөҙөүҙө, 180 километр велосипедта барыуҙы һәм 42 километр йүгереү эсенә алған «Iron man» («Тимер кеше») супермарафонын үтә[22][23].

Халыҡ-ара санкциялар

Роман Старовойт 2022 йылдың июленән — Бөйөк Британия[24], августан — Канада[25], октябрҙән — Украина һәм декабрҙән — АҠШ[26] санкциялары аҫтында.

Иҫкәрмәләр

  1. Бывший министр транспорта России Роман Старовойт найден мертвым в Одинцово (7 июль 2025). 7 июль 2025 тикшерелгән.
  2. Старовойт Роман биография, личная жизнь, образование, политика. biograf24.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2019. Архивировано 11 май 2019 года.
  3. Роману Старовойту на Курской атомной станции подарили трудовое дело его отца. Рамблер/новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2019. Архивировано 11 май 2019 года.
  4. 1 2 Старовойт, Роман Владимирович Архивная копия от 1 ноябрь 2018 на Wayback Machine // ТАСС
  5. Биография Романа Старовойта Архивная копия от 1 ноябрь 2018 на Wayback Machine // РИА Новости
  6. Роман Старовойт: «Железный человек» для Курской области  (рус.) (16 октябрь 2018). 29 октябрь 2018 тикшерелгән.
  7. Роман Владимирович Старовойт. Инновационная методика подготовки спортсменов в зимнем полиатлоне (ru-RU). — 2012. Архивировано 2 март 2022 года.
  8. 1 2 Старовойт Роман Владимирович Архивная копия от 28 октябрь 2018 на Wayback Machine // Коммерсантъ.
  9. Роман Старовойт назначен временно исполняющим обязанности Губернатора Курской области. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2018. Архивировано 16 декабрь 2018 года.
  10. Глава Курской области Роман Старовойт заявил о готовности сотрудничать со всеми партиями. 15.04.2019 ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2021. Архивировано 1 август 2021 года.
  11. «Единая Россия» выдвинула Старовойта в губернаторы Курской области. 13.06.2019 Коммерсантъ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2021. Архивировано 14 июнь 2019 года.
  12. РБК-Черноземье, 29 августа 2019. Президент РФ Владимир Путин встретился с Романом Старовойтом
  13. Старовойт победил на выборах губернатора Курской области с 81,07% голосов. www.kommersant.ru (9 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2019. Архивировано 21 сентябрь 2019 года.
  14. Губернатор Курской области Роман Старовойт вступил в «Единую Россию». 9 ноября 2020. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2021. Архивировано 15 ғинуар 2021 года.
  15. Распоряжение Президента Российской Федерации от 21.12.2020 № 310-рп ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2020. Архивировано 10 ғинуар 2021 года.
  16. Мишустин предложил новый состав правительства. РИА Новости (12 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  17. Госдума утвердила Старовойта министром транспорта России. РИА Новости (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  18. Президент подписал указы о назначении членов Правительства Российской Федерации и директоров служб. kremlin.ru (14 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  19. Путин уволил Старовойта с поста главы Минтранса (07.07.2025). 7 июль 2025 тикшерелгән.
  20. Источник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года.
  21. Роман Старовойт удостоен Ордена Дружбы. adm.rkursk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2020.
  22. Роман Старовойт: «Железный человек» для Курской области (ru-RU) (16 октябрь 2018). 26 октябрь 2018 тикшерелгән.
  23. Роман Старовойт - о себе: биография врио губернатора Курской области. gtrkkursk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2019. Архивировано 11 май 2019 года.
  24. ГУБЕРНАТОР КУРСКОЙ ОБЛАСТИ РОМАН СТАРОВОЙТ ПОПАЛ В САНКЦИОННЫЙ СПИСОК ВЕЛИКОБРИТАНИИ
  25. Канада вводит санкции против 62 физлиц и одной структуры в связи с ситуацией на Украине
  26. Russia-related Designations and Designations Updates.