Степанов Яков Никитович
Степанов Яков Никитович (1901 йыл — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, медицина хеҙмәтенең гвардия өлкән сержанты.
Биографияһы
Степанов Яков Никитович 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Новоандреевка ауылында тыуа. 1942 йылда Боҙаяҙ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 16-сы гвардия каваелрия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 3-сө эскадронында санинструктор булып хеҙмәт итә[1].
3-сө эскадрон санинструкторы гвардия өлкән сержанты Степанов Яков Никитович, Сталинград янында һуғышта дошмандың көслө уты аҫтында һуғыш яланынан дүрт ҡаты яралы һалдатты алып сыға.
СССР Юғары Советы Президиумы исеменән 1944 йылдың 20 ноябрендә 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 6-сы гвардия кавалерия полкы буйынса 31/н бойороғо менән гвардия өлкән сержанты Степанов Яков Никитович «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. СТЕПАНОВ Яков Никитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Степанов Яков Никитович Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
Сығанаҡтар
- ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 83, ящик 4