Суфияров Фәрит Суфияр улы
Суфияров Фәрит Суфияр уды (рус. Суфияров Фарит Суфиярович; 20 октябрь 1939 йыл—19 июнь 2019 йыл) — уҡытыусы, шағир. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1992 йылдан Яңауыл яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Ғәли Соҡорой (1997), Фәтих Кәрим (2005) һәм Әнғәм Атнабаев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
Биографияһы
Фәрит Суфияр улы Суфияров 1939 йылдың 19 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Иҫәнбай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй башлай. 1958—1960 йылдарҙа Өфө финанс техникумында уҡый. Төрлө ойошмаларҙа финансист-иҡтисадсы булып эшләй[1].
1967 йылда Алабуға дәүләт педагогия институтын тамамлағас, 1‑се Яңауыл урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1974 йылдан Борай районының Ҡолай тулы булмаған урта мәктәбе директоры, 1977 йылдан — Яңауыл районының Истәк урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эләй. Йәш ижадсыларҙы бергә туплау ниәтенән сығып, 1992 йылдың октябрь айында Яңауыл яҙыусылар ойошмаһы "Замандаш"ты төҙөй. Уның яуаплы секретары булараҡ, районда төрлө саралар, йәш яҙыусылар семинарҙары, музыкаль-әҙәби кисәләр-концерттар, юбилейҙар, хәтер кисәләре үткәрә, күренекле яҙыусылар менән осрашыуҙар ойоштора[2].
Ижады
Мәктәптә уҡыған сағында уҡ шиғырҙар яҙа башлай, тәүге әсәрҙәре район гәзитендә баҫыла. «Йәшлек ауазы» исемле тәүге китабы 1990 йылда сыға. Китабына төрлө йылдарҙа яҙылған һайланма шиғырҙары инә. Ижадына лириклыҡ, йәшәү мәғәнәһе, мөхәббәт, замандаштарының рухи донъяһы тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар хас. «Ергенәмдең йәме» (1997), «Ғүмер яҙҙары» (2002), «Минең күңелем ҡоштары» (2004; икеһе лә — татар телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Шиғырҙарына композитрҙар Н. Ә. Дауытов, И. Т. Закиров, Р. Ғ. Тимербаев йырҙар ижад иткән. «Бала сағым шишмәләре», «Тыуған яҡ моңо», «Бирешмә ҡайғыларға», «Һинең күҙҙәр», «Яҙғы йыр», «Осрашырбыҙ әле», «Сик ҡуйҙым һағышыма» (Йәүҙәт Хәкимов көйө), «Һине юҡһынам» (Өлфәт Хәмиҙуллин көйө), «Өләшеп бирәһем бар», «Йәшлек хәтирәһе» (Карам Фәттәх улы Әһлиуллин көйө) йырҙары айырыуса популяр[3][4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995)
Ғ.Соҡорой исемендәге премия лауреаты (1997)
Ф. Кәрим исемендәге премия лауреаты (2005)
Әнғәм Атнабаев исемендәге премия лауреаты (2010)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Суфиянов Фәрит Суфияр улы, Татарстан яҙыусылар ойошмаһы. 24 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ В его стихах - отражение мелодий родной земли (К 75-летию поэта Фарита Суфиярова), Башинформ (20 октябрь 2014). 24 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Низамов Р.З. Суфияров Фәрит Суфияр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ «Замандаш» шишмәһен һайыҡтырмаҫҡа Шағир Фәрит Суфияров иҫтәлегенә (3 октябрь 2019). 24 май 2025 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Низамов Р.З. Суфияров Фәрит Суфияр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- В его стихах — отражение мелодий родной земли (К 75-летию поэта Фарита Суфиярова)
- «Замандаш» шишмәһен һайыҡтырмаҫҡа Шағир Фәрит Суфияров иҫтәлегенә