Суфянов Зариф Миннибай улы

Суфянов Зариф Миннибай улы (рус. Суфянов Зариф Миннибаевич; 21 ғинуар 1960 йыл) — табип, йәмәғәтсе. 1991 йылдан Белорет районы Инйәр участка дауаханаһының акушер-гинекологы, 2006 йылдан — баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы (2024). Рәсәй Федерацияһының (2020) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

Биографияһы

Зариф Миннибай улы Суфянов 1960 йылдың 21 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуған.

1977 йылда күрше Сәйетбаба ауылында урта мәктәпте тамамлағас, урындағы «Йондоҙ» колхозында эшләй.

1978 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, уны СССР Дәүләт именлеге комитетының сик буйы ғәскәрендә старшина булып үтә.

1980 йылда запасҡа сығарыла һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Сәйетбаба ауыл советы башҡарма комитетында паспорт һәм хәрби-иҫәп өҫтәле начальнигы булып башлай.

1981—1984 йылдарҙа Стәрлетамаҡ медицина училищеһында уҡый, урта махсус белем алғандан һуң Ғафури районының Ҡауарҙы фельдшер-акушер пунктында мөдир була.

1984—1990 йылдар — Башҡорт дәүләт медицина институты студенты[1].

1990 йылдан Белорет район үҙәк клиник дауаханаһында, Белорет бала табыу йортонда эшләй. 1991 йылдан Инйәр участка дауаханаһының врач акушер-гинекологы[2].

2006 йылда Инйәр участка дауаханаһы муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының баш табибы итеп тәғәйенләнә[2].

2011 йылда, Белорет районының дауалау учреждениелары Белорет район үҙәк клиник дауаханаһы һаулыҡ һаҡлау дәүләт бюджет учреждениеһы итеп берләштерелгәс, Инйәр участка дауаханаһы муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының мөдире һәм врач акушер-гинекологы. «Акушерлыҡ һәм гинекология» һөнәре буйынса юғары квалификация категорияһына эйә[2].

Райондың һәм ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Район һәм биләмә советтарына бер нисә тапҡыр депутат итеп, етәксе вазифаға тәғәйенләнгәнсе участка дауаханаһының профсоюз комитеты рәйесе, 2010 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының өсөнсө съезына делегат итеп һайлана.

Сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән бик күп эштәр башҡара. Инйәр зонаһының мәктәптәрендә, хеҙмәт коллективтарында төрлө лекциялар уҡый, профилактик әңгәмәләр уҙғара. Спорт менән шөғөлләнә. Саңғы һәм еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй, республика һәм район ярыштарының күп тапҡыр призеры.

Өйләнгән, ҡатыны менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Белорет районы муниципаль районының өс саҡырылыш советы депутаты
  • Инйәр ауыл советы депутаты, һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссия ағзаһы
  • Инйәр участка дауаханаһының профсоюз комитеты рәйесе

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы (2024)
  • Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2020)
  • Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004)
  • Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почёт грамотаһы (2010)
  • Белорет районы муниципаль район советының өс Почёт грамотаһы (1999, 2010, 2020)
  • Белорет районы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең иң яҡшы хеҙмәткәре (2012)
  • Башҡортостан Республикаһы профсоюздары федерацияһының Почёт грамотаһы (2005)
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетының Почёт грамотаһы (2012)
  • Хеҙмәт ветераны (2011).