Сыртланова Әминә Мәхмүт ҡыҙы

Әминә Мәхмүт ҡыҙы Сыртланова (ҡыҙ фамилияһы Шәйехәлиева йәки Шәйех-Әли; рус. Амина Махмудовна Сыртланова; франц. Amina Hanum Syrtlanoff; 1884 йылдың 25 июле, Өфө, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһыиртәрәк түгел 1940 йылдың, Франция) — йәмәғәт эшмәкәре, шәфҡәт туташы, теософ, Le Humain Droit (№ 840) орденына ингән «Аврора» Париж масондары ложаһы оҫтаһы.

Биографияһы

1884 йылдың 18 июнендә Өфө ҡалаһында тыуа.

undefined

1912 йылда ире фажиғәле һәләк булғандан һуң, йәмәғәт тормошонда ҡатнаша. «Петроград мосолман мәғрифәтселек йәмғиәте» рәйесе булараҡ[2], «Өфө һәм Петроградтың белемле мосолмандары араһында киң йоғонто»ға эйә була[3].

Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң, фронтҡа ярҙам итеү өсөн мосолман мәрхәмәтлек фондтарын берләштереүсе Рәсәй мосолмандары йәмәғәт ойошмалары үҙәк комитеты ағзаларының береһе була[4]. 1916 йылдың йәйендә алдынғы позицияларға ебәрелгән Рәсәй мосолмандары санитар отрядын етәкләй.

1917 йылғы революциянан һуң Финляндияға эмиграциялана. Унда Хельсинкиҙа урындағы татар конгрегацияһын ойоштороуҙа ҡатнаша. Фин теософтары менән бәйләнеш булдырып, фин матбуғатында үҙенең музыка уҡытыусыһы хеҙмәтен рекламалай. Ислам буйынса төрлө ассоциацияларҙа презентациялар үткәрә; «Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең абруйын Көнбайыштың шикле халҡы алдында таҙартырға» теләй[5][6][7][8]

Артабан Францияға, Парижға күсенә. 1926—1939 йылдарҙа Рус һәм Француз теософик йәмғиәттәрҙә доклад менән сығыш яһай. 1933—1935 йылдарҙа — идара ағзаһы урынбаҫары, 1935 йылдан Францияла Ю. Вревский исемендәге рус шәфҡәт туташтары союзының идара ағзаһы. 1935 йылда «Рәсәй йәне» түңәрәгендә докладтар менән сығыш яһай. 1921—1939 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың граждандар хоҡуғын һәм азатлығын яҡлау менән шөғөлләнеүсе Humain Droit Le ордены ағзаһы булып тора[9]. 1929 йылда ошо орденға ингән «Аврора» рус телле массондар ложаһының оҫтаһы була[10]. Францияны немецтар оккупациялай башлағандан һәм уның территорияһында барлыҡ массон ложалары ябылғандан һуң яҙмышы билдәһеҙ[11].

Ғаиләһе

  • Ире — Әли Оскар (Ғәлиәскәр) Шәйхәҙәр улы Сыртланов (1875—1912), Рәсәй империяһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, 1904-1905 йылдарҙағы Рус-япон һуғышында армия һәм флоттың еңелеүендә ғәйепләнгән вице-адмирал З. П. Рожественский, адмирал Н. И. Небогатов, генерал-лейтенант А. М. Стесселдең адвокаты.
  • Атаһы — генерал-майор Мәхмүт Мөхәмәт улы Шәйех-Әли (Шихалиев);
  • Әсәһе — алпауыт Маһипәрүәз Шейхәлиева (Алкина);
  • Ағаһы — Дәүләт-Мырҙа Шәйхәлиевтың (Шәйех-Әли), Ставрополь губернаһының Мөхәммәт бәйғәмбәр өммәтендәге халыҡтарҙың баш приставы, подполковник, почетлы беренсе дәрәжә уздень;
  • Ағаһы Ибниамин Алкин;
  • Ағаһы — Сәйет-Гәрәй Алкин.

Иҫкәрмәләр

  1. Фото из Иллюстрированного приложения к газете «Новое время» за июнь 1916 г. № 14476
  2. Ямаева Л.
  3. Ахмедзаки Валиди Тоган.
  4. [1] 2018 йылдың 15 март көнөндә архивланған.Ямаева Л. А. Мусульманские благотворительные общества начала ХХ века.//Ватандаш, 2013, № 7.
  5. https://aybagar.eu/visible-and-invisible-tatar-women-in-finland/
  6. Antero Leitzinger: Suomen tataarit — Vuosina 1868—1944 muodostuneen muslimiyhteisön menestystarina. East-West Books Helsinki, 2006. ISBN 9789529959228
  7. Zinnetullah Ahsen Böre: Finlaniya Cemaati Islâmiyesin kurmaya muvaffak olsakta Fin-Türk mektebin açmaya neden muvaffak olmadık? / Olemme onnistuneet perustamaan seurakunnan, mutta miksi emme ole onnistuneet perustamaan suomalais-turkkilaista kansakoulua? (Tampere, 1943)
  8. https://digi.kansalliskirjasto.fi/sanomalehti/binding/1398188?term=Amina&term=Syrtlanoff&page=3
  9. Сайт Ложи «Новый Свет» № 1989, Масонский Смешанный Международный Орден LE DROIT HUMAIN (Право Человека). Русская интермедия: ложа Аврора (1927—1945) 2013 йылдың 3 ноябрь көнөндә архивланған.
  10. http://samisdat.com/5/23/523f-avr.htm
  11. Берберова Н.. Люди и ложи. Русские масоны ХХ столетия. Москва: Прогресс-Традиция, 1997.

Һылтанмалар

  • Ямаева Л. А. Мусульманский либерализм начала XX века как общественно политическое движение. Уфа: Гилем, 2002, с. 209—210.
  • З. В. Тоган. Воспоминания. Книга I. Уфа: Китап, 1994, с. 162.
  • Берберова Н. Люди и ложи. Русские масоны ХХ столетия. Москва: Прогресс-Традиция, 1997.
  • Пешехонов В. А. Далекое и близкое. Черепа и звезды, 2010.