Сәйетов Ғәли Сәйет улы

Сәйетов Ғәли Сәйет улы (рус. Саитов Гали Саитович 1917 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Биографияһы

Сәйетов Ғәли Сәйет улы 1917 йылда хәҙерге Башҡортостандың Балтас районы Бейгилде ауылында тыуа. 1941 йылдың 22 июлендә Балтас районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294‑се кавалерия полкында отделение командиры булып хеҙмәт итә[1]. Хәрби званиеһы — өлкән сержант. 1985 йылда Сәйетов Ғәли Сәйет улы юбилейлы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2]. Сәйетов Ғәли Сәйет улының артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Һылтанмалар