Сәлимгәрәев Миңлегәрәй
Сәлимгәрәев Миңлегәрәй (рус. Салимгареев Миннигарей 1913 йыл ― 21 сентябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Биографияһы
Сәлимгәрәев Миңлегәрәй 1913 йылда хәҙерге Башҡортостандың Саҡмағош районы Ҡаратал ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Өфө ҡала хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының ат ҡараусыһы булып хеҙмәт итә[1].
Украина территорияһында барған тиңһеҙ һуғышта алған яраларынан һәләк була. Украинаның Чернигов өлкәһе Березна ҡасабаһында ерләнә[2].
Ғаиләһе
Юғалтыуҙар исемлегендә Ҡаратал ауылында йәшәгән ҡатыны Аҡмаева Сәғиҙә күрһәтелгән[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САЛИМГАРЕЕВ Миннигарей (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Донесение о безвозвратных потерях. Салимгареев Миннигарей (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)