Сәлимгәрәев Миңлеғол
Сәлимгәрәев Миңлеғол (рус. Салимгареев Миннигул ? ‒ 21 сентябрь 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Биографияһы
Сәлимгәрәев Миңлеғол сығышы менән хәҙерге Башҡортостандың Саҡмағош районынан. Тыуыуы ваҡыты билдәһеҙ. Ҡайһы бер документтарҙа исеме русса Минниг тип теркәлгән. Ҡыҙыл Армия сафына Өфө ҡалаһы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 21 сентябрендә Украина ерҙәрендә барған ҡыҙыу һуғышта алған яраларынан һәләк була. Украинаның Чернигов өлкәһе Менский районының Березна ҡала тибындағы ҡасабала ерләнгән[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САЛИМГАРЕЕВ Миннигул (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Документы о захоронении. Салимгареев Минниг
Сығанаҡтар
- Источник информации: Их помнит Черниговщина. Книга 2