Сәлимгәрәев Ғүмәр Камалетдин улы
Сәлимгәрәев Ғүмәр Камалетдин улы — (1914 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, лейтенант[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Биографияһы
Сәлимгәрәев Ғүмәр Камалетдин улы 1914 йылда Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙенең Аҙналы-Ҡарамалы ауылында, хәҙер Йәрмәкәй районы Түбәнге Ҡарамалы ауылында тыуа. 1936 йылда Йәрмәкәй район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 313-сө кавалерия полкында хеҙмәт итә[2].
Сәлимгәрәев Ғүмәр Камалетдин улы Сталинград фронтының 112-се кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының 8-се кавалерия корпусы составында эскадрон командиры вазифаһында һуғыша. Фронтта 1941 йылдың 24 июненән алып 1943 йылдың 10 ғинуарына тиклем ҡатнаша. Күп тапҡыр алыштарҙа ҡатнаша, уның иҫәбендә юҡ ителгән 17 дошман һалдаты һәм 2 офицеры. Сталинград өлкәһенең Чернышевский ҡалаһы янында барған һуғышта биш немец һалдатын юҡ итә һәм эскадрон менән бергә 37 дошман һалдатын һәм офицерын әсирлеккә ала. Ике тапҡыр ҡаты яралана. Һуңғы тапҡыр яраланғанда уң ҡулы ампутациялана. Икенсе төркөм инвалиды була. Армия хеҙмәтенә тиклем НКВД-ның участка уполномоченныйы була.
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены мнән бүләкләнгән[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ САЛИМГАРЕЕВ ГУМЕР КАМАЛЕТДИНОВИЧ 2021 йылдың 5 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Шаймуратовцы
- ↑ Память народа. Документы о награждении. Салимгареев Гумер Камалетдинович
Һылтанмалар
- САЛИМГАРЕЕВ ГУМЕР КАМАЛЕТДИНОВИЧ 2021 йылдың 5 июнь көнөндә архивланған.
- Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Салимгареев Гумер Камалетдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)