Сәлимов Мөхәрәм Әхмәтша улы
Сәлимов Мөхәрәм Әхмәтша улы (рус. Салимов Мухарам Ахмедшинович; 1 май 1935 йыл — 28 декабрь 2024 йыл) — металлург-инженер, үҙешмәкәр композитор, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
Биографияһы
Мөхәрәм Әхмәтша улы Сәлимов 1935 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Белорет районында Беҙәк-Әхмәр ауылында Әхмәтша Сәлимов ғаиләһендә тыуған. Әхмәтша Сәлимовтың Зәйнулла ишан менән осрашыуы тураһында хәтирәләр бар[1].
Хеҙмәт юлын бик иртә — Белорет металлургия комбинатында башлай. Ҡалалағы эшсе йәштәр киске урта мәктәбен тамамлай.
1965 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтының киске факультетын тамамлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул Белорет металлургия комбинатында эшләй, бер үк ваҡытта үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша.
2024 йылдың 28 декабрендә Белорет ҡалаһында вафат булды[2][3].
Ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
1972 йылдан Мөхәрәм Сәлимов ҡаланың «Металлург» мәҙәниәт һарайында ҡурайсылар түңәрәге алып бара, халыҡ театрында уйнай.
1980 йылдан йырҙар яҙа башлай. Хәҙер инде йөҙҙән ашыу йыры бар, уларҙың яртыһынан күберәге — балалар өсөн. Улар Башҡортостан радио-телевидениеһынан яңғыратылып тора.
Белорет ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәһен ойоштороусы, бер нисә йыл уның рәйесе рәйесе булып та һайлана.
1990 йылдан Белорет ҡалаһының Мәктәптән тыш үҫеш үҙәгенең Башҡорт балалары өсөн милли ижад клубы етәксеһе була. Балаларҙы ул ҡурай уйнарға өйрәтә, үҙе яҙған йырҙар менән концерттар ҡуялар.
Мөхәрәм Әхмәтша улы республиканың төрлө төбәктәрендә халыҡ ижады буйынса сығыштар яһап йөрөй. ВЦСПС-тың күкрәккә таға торған «Үҙешмәкәр сәнғәттә уңыштары өсөн» билдәһе менән бүләкләнгән[4].
Китаптары
• Салимов, Мухаррам Ахмедшинович. Кукушка зовет [Ноты : Песни : Для детей мл. шк. возраста : [Для пения без сопровожд.]. - Уфа : Китап, 2002. - 31 с. : портр., цв. ил.; 29 см.; ISBN 5-295-02970-0]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)
• ВЦСПС-тың «Үҙешмәкәр сәнғәттә уңыштары өсөн» билдәһе (1984)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Серле һыбайлы. -"Башҡортостан", 2019, 6 дек.
- ↑ В Башкирии ушел из жизни музыкант и композитор Мухарам Салимов. ИА «Башинформ», 28 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2024)
- ↑ Ушел из жизни заслуженный работник культуры Башкортостана Мухарам Салимов. Государственное бюджетное учреждение культуры Республики Башкортостан Республиканский центр народного творчества / ГБУК РБ РЦНТ. Официальный сайт. 28 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2024)
- ↑ Белорецкая энциклопедия, 2007 г
Һылтанмалар
• Белорецкая энциклопедия. — Белорецк: (ИП Абдуллин Р. К.), 2007. 260 с., илл. ISBN 978-5-8258-0248-0. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2024)
• Муниципальное казённое учреждение «Управление культуры муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан». Официальный сайт. Главная > Персоналии > Заслуженные работники культуры > Салимов Мухарам Ахметшинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2024)
• Флүзә БАЯЗИТОВА. Муса батыр ерендә. «Табын» гәзите. (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2024)