Сәлимов Сәбих Мөхәмәҙиә улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Заты ир-ат
Гражданлығы
Тыуған көнө 15 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Вафат булған көнө 22 декабрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (67 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Вафат булған урыны
Тыуған урыны

Сәлимов Сәбих Мөхәмәҙиә улы (15 март 1930 йыл — 22 декабрь 1997 йыл) — нефтехимик. 1958—1996 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975)

Сәбих Мөхәмәҙиә улы Сәлимов 1930 йылдың 15 мартында (ҡайһы бер башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1929 йылдың 7 ноябрендә[1] Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Туғай ауылында тыуған.

Белеме — тулы булмаған урта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1943 йылда Бүздәк районының «Крәҫтиән» колхозында башлай. 1950—1953 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Запасҡа сығарылғандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводында машинист булып эшләй, 1957 йылдан — машинист, 1958 йылдан — КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының операторы.

Нефть продукттарын эшкәртеү технологияһын үҙләштерә һәм беренсе класлы белгес була. С. М. Сәлимов эшләгән электр менән тоҙҙарҙы айырыу һәм һыуһыҙландырыу ҡоролмалары блогында проект ҡеүәттәрен ике тапҡырға арттыра, нефть әҙерләү юғары сифатта бара. Коллектив барлыҡ техник-иҡтисади күрһәткестәр буйынса туғыҙынсы биш йыллыҡты (1971—1975) ваҡытынан алда үтәп сыға.

Туғыҙынсы биш йыллыҡтың социалистик йөкләмәләрен ваҡытынан алда үтәүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 1975 йылдың 16 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Сәбих Сәлимовҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1996 йылда пенсияға китер алдынан КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының ремонтлау һәм техник ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереү буйынса операторы, слесары булып эшләй.

Сәлимов Сәбәх Мөхәмәҙиә улы 1997 йылдың 22 декабрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

• Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975)
Ленин ордены (1975)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
• миҙалдар.

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. СӘЛИМОВ Сәбих Мөхәмәҙиә улы (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2024)
Сәлимов Сәбих Мөхәмәҙиә улы. «Герои страны» сайты.