Сәлимов Һибәт Ҡаһарман улы
Сәлимов Һибәт Ҡаһарман улы — (1912 йыл, Башҡортостан, Баймаҡ районы, Баймырҙа ауылы — 1998 йыл (Баймаҡ районы)[1], Баймаҡ районы) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Биографияһы
Сәлимов Һибәт Ҡаһарман улы 1912 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Баймырҙа ауылында тыуа. 1941 йылдың 8 декабренән Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Украина фронтының 161-се уҡсылар дивизияһы 569-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә.
1944 йылдың 10 октябрендә һәм 1945 йылдың 16 апрелендә күрһәткән батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Бүләкләү ҡағыҙында Һибәт Ҡаһарман улы тураһында былай тип яҙылған:
|
«Сәлимов Һибәт Ҡаһарман улы немец илбаҫарҙары менән һуғышта 1941 йылдың 8 декабренән ҡатнаша, ике тапҡыр ҡаты яралана. Беренсе тапҡыр 1944 йылдың 10 октябрендә Гожице (Польша) тимер юлы станцияһын яулағанда һәм икенсе тапҡыр 1945 йылдың 16 апрелендә дошман уты аҫтында ҡурҡмайынса алға сыға һәм пулемет уты менән дошмандарҙың күп тере кәстәренә юғалтыуҙар килтерә, эскадронға һөжүм итеү өсөн алға барыуҙы тәьмин итә»[2]. |
Һуғыштан һуң Сәлимов Һибәт Ҡаһарман улы Баймаҡ районының «Яңы тормош» колхозында тимерсе булып эшләй[3]. 1998 йылда вафат була.