Сәлимов Әбүбәкер Гәрәй улы
Сәлимов Әбүбәкер Гәрәй улы (рус. САЛИМОВ Абубакир Гареевич 1900 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)
Биографияһы
Сәлимов Әбүбәкер Гәрәй улы 1900 йылда хәҙерге Башҡортостандың Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылында тыуа. 1941 йылда Краснокама районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадронында старшина булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 17 февраленән 21 февралгә тиклем барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн Сәлимов Әбүбәкер Гәрәй улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].
Сәлимов Әбүбәкер Гәрәй улының артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1943)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[3]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САЛИМОВ Абубакир Гареевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Салимов Абубакир Гареевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)