Сәлихов Рәшит Ғөбәйҙулла улы

Сәлихов Рәшит Ғөбәйҙулла улы (13 сентябрь 1932 йыл — 1 ғинуар 2003 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1992 йыл)

Биографияһы

Сәлихов Ғөбәйҙулла улы 1932 йылдың 13 сентябрендә Башҡортостандың Мораҡ районы Үрге Һаҙ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) тыуған. 1952 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлай.

Мәскәү инженер-төҙөлөш университетын тамамлағандан һуң (1957 йыл), Өфө ҡалаһында эшләй: 26-сы Дәүләт союзы заводы мастеры, 1958 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе ғилми хеҙмәткәре, 1963 йылдан өлкән инженер, 1965 йылдан баш архитектура идаралығының архитектура-планлаштырыу секторы начальнигы; 1973—1998 йылдарҙа дәүләт архитектура-төҙөлөш күҙәтеү инспекцияһы начальнигы, бер үк ваҡытта баш архитектор урынбаҫары,1993 йылдан архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралыҡ начальнигының 1-се урынбаҫары; 1998 йылдан баш механика бүлеге инженеры, 1999 йылдан баш ҡала төҙөлөшө идаралығы начальнигы, 2000—2001 йылдарҙа «Баштрансстрой» предприятиеһының капиталь төҙөлөш буйынса баш белгесе.

2003 йылдың 1 ғинуарында Өфө ҡалаһында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1992 йыл)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • [1]
  • Энциклопедия. Башкирская республиканская гимназия-интернат № 1 имени Рами Гарипова. Уфа. Башкирская энциклопедия. 2014. стр. 299—300.