Сәлихов Шағәли Шәүәли улы

Сәлихов Шағәли Шәүәли улы (рус. Салихов Шагалей Шавалеевич 1907 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Биографияһы

Сәлихов Шағәли Шәүәли улы 1907 йылда элекке Башҡортостандың Йомағужа районы (хәҙер Күгәрсен районы) Теләүембәт (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Аҙнағол ауылында) ауылында тыуа[1]. Ҡыҙыл Армия сафына Йомағужа районы хәрби комиссариаты тарафынан алына. Һуңғы хеҙмәт итеү урыны 21-се танк бригадаһы тип күрһәтелгән. Уҡсы. 1985 йылдың 6 апрелендә Сәлихов Шағәли Шәүәли улы юбилейлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].