Сәфәровтар
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Сәфәров
Сәфәровтар — башҡорт дворяндары нәҫеле. Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы) Шәмшәҙе улусының Мәскәү ауылы башҡорттарынан.
Дөйөм характеристика
Сәфәровтар нәҫелен башлап ебәреүсе Йәғәфәр Сәфәров була. Уның улы Әбделвәхит Йәғәфәр улы Сәфәров (1764—1848) Башҡорт-мишәр ғәскәрендә йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә. Уның улдары:
- Әбделхәким Әбделвәхит улы Сәфәров (1795—1857) — поход старшинаһы. Улдары — Әхмәҙей, Әбделзаһир, Әбделғәлим, Юныс[1].
- Әбделбасир Әбделвәхит улы Сәфәров (1800—1839) — зауряд‑яҫауыл (1824). 1814 йылдан Башҡорт-мишәр ғәскәрендә хеҙмәт итә. 1828 йылдан йорт старшинаһы була. 1832—1839 йылдарҙа 10-сы башҡорт кантоны башлығы вазифаһын үтәй[2]. 1832 йылда Ырымбур хәрби губернаторы В. А. Перовскийҙан рәхмәт ала.
- Әбделнасир Әбделвәхит улы Сәфәров (1808—1850). Писарь булып хеҙмәт итә. 1847 йылда шәхси хеҙмәттәре өсөн йөкләмәләрҙән азат ителә. Улы — Әбделғәзиз[1].
- Әбделъяппар Әбделвәхит ул Сәфәров (1808—?). Улы — Абдрахман[1].
- Әбделмөсәүир Әбделвәхит улы Сәфәров (1810—?) — зауряд‑хорунжий. 1839—1840 йылдарҙағы Хиуа походында ҡатнашҡан. 1847 йылда йөкләмәләрҙән азат ителә. Улы — Әбделғафар[1].
Әбделбасир Сәфәровтың улдары:
- Әбделхаҡ Әбделбасир улы Сәфәров (1820—?) — зауряд‑хорунжий.
- Абдулла
- Ғатаулла
- Сибәғәтулла[1].
Сәфәровтарҙың нәҫеле XIX быуаттың 2‑се яртыһында Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Тагирова Л. Ф., 2012, с. 100
Әҙәбиәт
- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
- Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.
Һылтанмалар
- Ғәтиәтуллин З. Ғ., Сәйфуллина Л. Ф. Сәфәровтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.