Сәхәбөтдинов Муллағәли Ислам улы
Сәхәбөтдинов Муллағәли Ислам улы (рус. Сахабутдинов Муллыгалей Исламович 1907 йыл ‒ 20 ғинуар 1944 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (1943).
Биографияһы
Сәхәбөтдинов Муллағәли Ислам улы 1907 йылда хәҙерге Башҡортостандың Кушнаренко районы Шәрип ауылында тыуа. 1941 йылдың авгусында Өфө ҡалаһының Ленин районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия каваелрия дивизияһының 17-се дивизион ветеринария лазаретында ездовой булып хеҙмәт итә[1].
Сәхәбөтдинов Муллағәли Ислам улы хужалыҡ отделениеһы повозочныйы булып хеҙмәт итеүе осоронда үҙенә беркетелгән ат арбаларын һәр ваҡыт өлгөлө тәртиптә тота. Ат егеү кәрәк-яраҡтарын һәм арбаларҙы һәр ваҡыт үҙе йүнәтеп тора. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә газ камераһын эшләй. 1943 йылдың 28 мартында ҡыҙылармеец Сәхәбөтдинов подразделениеның 19-сы бойороғо менән «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].
Сәхәбөтдинов Муллағәли Ислам улы 1944 йылдың 20 ғинуарында Белоруссия ерҙәрендә барған ҡаты алышта батырҙарса һәләк була. Белоруссияның Полесье өлкәһе (хәҙер Гомель өлкәһе) Мозырь районының Иванковщина ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[3].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САХАБУТДИНОВ Муллыгалей Исламович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Сахабутдинов Муллыгалей Исламович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Наши Герои Сухабутдинов Муллагалей Исламович
Сығанаҡтар
- ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 77a, ящик 8