Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы
Биографияһы
Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы 1906 йылда хәҙерге Башҡортостандың Белорет районы Үткәл ауылында тыуа. 1941 йылда Белорет районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкында ездовой булып хеҙмәт итә[1].
76 мм батареяһы ҡыҙылармеецы ездовой Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы Бранденбург ҡалаһы өсөн һуғышта Зило-канал аша дошмандың көслө уты аҫтында снарядтар ташый һәм һуғыш яланынан ике ауыр яралы һалдатты алып сыға. Был ҡыйыулығы өсөн Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы 1945 йылдың 19 июлендә подразделениеның 15/н бойороғо менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].
1945 йылдың 9 майында СССР Юғары Советы Президиумы Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улын «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләй[2].
Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улының һуғыштан һуңғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Сунагатов Исмагил Сунагатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Сунагатов Исмагил Сунагатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
Сығанаҡтар
- ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 84, ящик 1