Татищев (Ырымбур өлкәһе)
Татищев — Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһе Переволоцк районындағы ауыл. Татищев ауыл советының административ үҙәге.
Географияһы
Урал йылғаһының уң ярында Ҡамыш-Һамар йылғаһы һыуҙарын ҡойҡан ерҙә урынлашҡан (ҡәлғә төҙөлгән саҡта йылға Яйыҡ тип атала).
Тарихы
Ауылға нығытылған ауыл булараҡ Ырымбур экспедицияһының беренсе начальнигы И. К. Кирилов 1736 йылда нигеҙ һала. Башта ауыл Ҡамыш-Һамар пристане тип атала, һуңынан -Татищев ҡәлғәһе. XVIII быуатта Татищев ҡәлғәһе Түбәнге Яйыҡ дистанцияһының төп ҡәлғәһе тип һанала. Уның ҡарамағында Чернореченск, Нижнеозерный, Рассыпной, һәм Переволоцк ҡәлғәләре була. 1774 йылдың 22 мартында Татищев ҡәлғәһе диуарҙары эргәһендә Пугачев ихтилалы тарихында иң эре алыштарҙың береһе була.
XIX быуат башында Татищев ҡәлғәһе, юҡҡа сығарылған Түбәнге Урал дистанцияһының башҡа нығытмалар кеүек, Ырымбур казак ғәскәренең станицаһы итеп үҙгәртелә. 1834 йылдың апрелендә үткәрелгән рәүиз иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, барыһы 959 кеше иҫәпләнә.
Пушкин Татищевта
Татищев ҡәлғәһе — А. С. Пушкиндың «Капитан ҡыҙы» повесында Белогорск ҡәлғәһенең прототибы. Пушкин 1833 йылдың сентябрендә Татищев станицаһында ике тапҡыр була: 18-дә — Һамарҙан Ырымбурға юл ыңғайы һәм 20-дә — Ырымбурҙан Уральскиға. Ул ваҡытта Татищев халҡы 1773 йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға арта. 1833 йылда станицала атаман вазифаһын хорунжий М. И. Исаков башҡара. Моғайын, ул Пушкинды станицала йәшәгән ихтилалдың замандашы булған 83 йәшлек Матрена Алексеевна Дехтярева менән таныштырғандыр. Уның һүҙҙәренән шағир-тарихсы Пугачевтың Татищев ҡәлғәһендә булып китеүе һәм полковник Григорий Миронович Харловтың ҡыҙы Татьяна Григорьевна Харлованың һәм уның ҡатыны Анисья Семеновнаның яҙмышы тураһында хикәйә-хәтирәләрен яҙып ала.
Татищев ҡәлғәһе һәм унда булып үткән ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәр Пушкиндың «Пугачев тарихында» һәм уның ҡулъяҙмаларының ҡаралама варианттарында, П. И. Рычковтың «Тарихына», «Ҡулъяҙмаларына» архив әҙерләмәләрендә, «Ырымбур яҙмаларҙа», «Пугачев болаһының тарихына» В. Б. Броневскийҙың рецензияһы тураһындағы тәнҡит баһаламаһында һүрәтләнә. Татищев ҡәлғәһе тураһында И. И. Осиповтың, И. С. Полянскийҙың һәм М. Н. Пекарскийҙың яҙмаларында телгә алына, улар 1835—1836 йылдарҙа Пушкиндың ҡулдарына эләгә.
Ауылда «Капитан ҡыҙы» әҙәби музейҙың филиалы эшләй.
Халыҡ
Һылтанмалар
- Татищева крепость. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2012. Архивировано 16 май 2012 года.(рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 май 2012. 10 апрель 2012 тикшерелгән.
- По следам «Капитанской дочки». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2012. Архивировано 16 май 2012 года.(рус.). Тәүге сығанаҡтан 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған. архивланған 16 май 2012. 10 апрель 2012 тикшерелгән.
- Татищево. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2012. Архивировано 16 май 2012 года. 2012 йылдың 7 май көнөндә архивланған.(рус.). Тәүге сығанаҡтан 2012 йылдың 7 май көнөндә архивланған. архивланған 16 май 2012. 10 апрель 2012 тикшерелгән.
- Сайт Переволоцкого района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2012. Архивировано 16 май 2012 года. 2012 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған.(рус.). Тәүге сығанаҡтан 2012 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған. архивланған 16 май 2012. 10 апрель 2012 тикшерелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2018. Архивировано 26 июль 2018 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2019. Архивировано 2 май 2021 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2020. Архивировано 17 октябрь 2020 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2021 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2021. Архивировано 2 май 2021 года.