Таҡыртау (Ҡыҙыл Шишмә)

Таҡыртау (рус. Лысая гора) — Ҡариҙел йылғаһының[1] һул яғындағы ҡалҡыулыҡ[1]. Өфө яйлаһына (Көньяҡ Урал) инә. Көньяҡ-көнбайышҡа ҡараған битләүенән Рәсәйҙәге иң ҙур һәм Европала икенсе урында торған Ҡыҙыл шишмә инеше (Яманйылға һыуының ер өҫкә сыҡҡан өлөшө) ағып төшә.

Ҡалҡыулыҡтың бейеклеге 300 метр[1], Ҡариҙел йылғаһының кимәленән 194 метрға юғарыраҡ[1]. Тау буйлап ағасһыҙ һәм ҡыуаҡһыҙ киң һыҙат үтә[1]. Һыҙаттың оҙонлоғо 500 метр самаһы[2]. Башҡа урындарында шыршы үҫә[сығанаҡ 4850  көн күрһәтелмәгән].

Таҡыртау ылыҡтырғыс туризм объекты булып тора. Итәгендә «Ҡыҙыл Шишмә» саңғы комплексы урынлашҡан[3], битләүҙәренә тау саңғыһы трассалары һалынған[4]. Йәй йәйәүле сәйәхәттәр ойошторола[5][6].

Тауҙан Пушкин һәм Ҡыҙыл Шишмә ауылдары күренә. Был тирәләге иң бейек урын булғанлыҡтан уға телерадиотапшырыу вышкаһы ҡуйылған.

Таҡыртау карст тауы булып тора, унда ҙур эзбизташ ятҡылыҡтары бар. Шул сәбәпле Ҡыҙыл шишмәнең һыуы аҡһыл зәңгәр булып күренә, һәм уны оҙаҡ ваҡыттар Аҡ шишмә тип йөрөткәндәр, әммә Октябрь революцияһынан һуң Ҡыҙыл шишмә тип үҙгәртәләр[7]. Элек Таҡыртау төбөндә, шишмә буйында ҡағыҙ фабрикаһы була, ә ағым өҫтөндә ағас ваҡлаусы тирмән ултыра[7].

Тау эргәһендә «Башуралмонолит» асыҡ акционерҙар йәмғиәте урынлашҡан [<span style="" title="не указан источник на утверждение (16 мая 2013)">1999 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Карта бите N-40-18-В-г.
  2. Сервисы мәғлүмәттәре буйынса Яндекс. Карта
  3. Осрашыу лысая гора(недоступная ссылка)
  4. Гостиничный комплекс «Павловский парк». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2013. Архивировано из оригинала 5 июнь 2013 года.
  5. Сайт туристической фирмы «Ariva» // Асылъяр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2013. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  6. 1 2
    Карст күле-асҡыс ҡыҙыл шишмә(недоступная ссылка)