Таңғатаров Әхнәф Йыһангир улы
Биографияһы
1892 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Теләкәй-Ҡобау ауылында тыуған. Милләте башҡорт[1].
Өфөләге «Ғосмания», Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәләрендә уҡый. Артабан үҙ аллы уҡып, уҡытыусы була. Үзбәкстанда ике йыл эшләгәндән һуң, кире Башҡортостанға ҡайтып, Ҡаңны-Төркәй ауылындағы земство мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып эшләй.
1915 йылдан Февраль революцияһына тиклем армияла хеҙмәт итә.
1920 йылдан төрлө халыҡ хужалығы тармаҡтарында эшләй.
1938 йылда репрессияланған, 5 йылға хөкөм ителгән. 1957 йылда аҡланған.
Әҙәбиәт
- Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 2-се кит. Проза. Драматургия. — Өфө, 1984.
Һылтанмалар
- Надергулов М. Х. Тангатаров Ахнаф Зигангирович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Книга памяти Республики Башкортостан