Токарева Александра Васильевна
Токарева Александра Васильевна (26 июль 1926 йыл — 1 март 1992 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Пенза өлкәһенең Түбәнге Ломов колхоз-ара сусҡа һимертеү базаһында сусҡа ҡараусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Биографияһы
Александар Васильевна Токарева 1926 йылда Пенза өлкәһе Нижнеломовский районының Үрге Ломов ауылында тыуған. Башланғыс белем ала. 1941 йылда фабрика-завод мәктәбен тамалай һәм үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәү янында зенит-прожектор полкында хеҙмәт итә. 1945 йылда Ҡыҙыл Армиянан демобилизациялана. Үрге Ломов «Еңеү» шырпы фабрикаһында автоматсы булып эшләй.
1966 йылда даими төнгө смена арҡаһында сусҡа фермаһына эшкә күсә. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем шунда эшләй. Даими юғары производство күрһәткестәренә өлгәшә. 1971 йылда КПСС ағзалары сафына инә[1].
СССР Юғары Совет Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге указы менән ауыл хужалығында һәм малсылыҡта юғары рекордлы күрһәткестәре өсөн Токарева Александра Васильевна Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы» тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1980 йылдар уртаһында пенсияға сыға[2].
Үрге Ломов ауылында йәшәй. 1992 йылдың 1 мартында вафат була.
Наградалары
Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙ (08.04.1971)
- Ленин ордены (08.04.1971)
- Әсәлек миҙалы, I дәрәжә
- Әсәлек миҙалы, II дәрәжә
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ ТОКАРЕВА Александра Васильевна. Герой Социалистического Труда. dmitrovsk1943.mybb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2020.
- ↑ Герои Социалистического Труда земли нижнеломовской. news.myseldon.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2020.(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
- Пензенцы — Герои Социалистического Труда. — Пенза, 1988.
Һылтанмалар
- Токарева Александра Васильевна. «Герои страны» сайты.