Тор районы
Тор районы (урыҫ. Торский район) — 1930-1932 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының бөтөрөлгән административ-территориаль берәмеге. Майҙаны — 2022 квадрат километр. Район үҙәге — Воскресенск ауылы, 1930 йылдың 15 октябренән — Верхотор ауылы.
Географияһы
Төньяҡ-көнсығыштан Петровский районы, көньяҡтан Мәләүез, төньяҡ-көнбайыштан Стәрлетамаҡ районы менән сиктәш. Районда 18 ауыл советы, 105 ауыл тораҡ пункттары була.
Халҡы
Халҡы — 45,3 мең кеше (1930), күпселек урыҫтар
Тарихы
1930 йылдың 20 авгусында Стәрлетамаҡ кантоны улустарынан Верхотор районы булараҡ ойошторола, ә 1930 йылдың 15 октябренән — Тор районы. 1932 йылдың 20 февралендә бөтөрөлә, ер биләмәләре Мәләүез һәм Петровский райондары составына инә .
Иҡтисады
Район иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы тәшкил итә, ауыл хужалығы ит-һөт йүнәлешендәге эре мөгөҙлө мал үрсетеүгә, иген культуралары, мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтереүгә махсуслаша. Баҡсасылыҡ, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән була. Колхоз, мебель фабрикаһы, 34 дөйөм белем биреү мәктәбе, үҙәк район дауаханаһы, 5 медпункт, 3 уҡыу өйө теркәлгән .
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Тор районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.