Төлкө, ҡуян һәм әтәс (әкиәт)
Төлкө, ҡуян һәм әтәс (рус. Лиса, заяц и петух) — башҡорт телендә баҫылған халыҡ әкиәте. Сюжеты «Заюшкина избушка» тигән рус әкиәтенә оҡшаш. Сюжет нигеҙендә төлкө ҡуянды йортонан ҡыуып сығарыуы һәм әтәс ярҙамында ҡуянды үҙ йортона ҡайтарыуы ята. Әкиәт хайуандар тураһындағы тылсымһыҙ әкиәттәргә ҡарай.
Сюжет
Бер урманда ҡуян менән төлкө йәшәгән. Төлкө үҙенең өйөн боҙҙан, ҡуян ҡабыҡтан ҡорған. Яҙ еткәс, төлкөнөң өйө иреп бөткән, һәм ул, йылынырға инәм тип, ҡуяндың ҡабыҡ өйөнә кереп, хужаны үҙ өйөнән ҡыуып сығарған.
Өйһөҙ илап йөрөгән ҡуянға башта көҙән, һуңынан эт, аҙаҡ айыу осраған — өсөһө лә ярҙам итергә теләгән, әммә төлкөнөң «Сыҡһам, башың-күҙең ҡан булыр!» тигән янауынан ҡурҡып ҡасып киткәндәр.
Аҙаҡ ҡуянға ҡулына салғы тотҡан әтәс осраған. «Кикри-күк! Елкәмдә салғым бар, төлкөнө сабып үлтерәм!» тип йырлағас, төлкө ҡурҡып өйҙән сығып ҡасҡан, ә әтәс менән ҡуян ҡабыҡ өйҙә бергә йәшәй башлаған[1].
Образдар һәм идея
Әкиәттәге төп персонаждар:
- Ҡуян — йорт хужаһы; төлкө уны үҙ өйөнән ҡыуып сығара, ярҙам эҙләп башҡа йәнлектәргә мөрәжәғәт итә.
- Төлкө — хәйләкәр персонаж; ҡуяндың өйөн баҫып ала.
- Әтәс — ҡыйыулыҡ һәм тоғро ярҙам образы; салғыһы менән төлкөнө ҡурҡытып ҡыуа.
Әкиәт сюжеты «Лиса, заяц и петух» («Заюшкина избушка») рус халыҡ әкиәтенә (рус.)баш. оҡшаш: икеһендә лә төлкөнөң боҙ өйө ирей, ул ҡуяндың йортон баҫып ала, ә ахырҙа әтәс ҡуянға ярҙам итә. Ике текст та персонаждарҙың эшмәкәрлегенә һәм ҡабатланып килгән осрашыуҙарға ҡоролған.
Сюжет тибы
«Төлкөнөң боҙ өйө иреп, ҡуяндың йортон баҫып алыуы» мотивы халыҡ-ара сюжеттар күрһәткесендә «Лубяная и ледяная хата» (СУС 43 / АТ 43) тибы сифатында теркәлгән[2].
Башҡорт фольклорында был сюжеттың кәзә ҡатнашҡан варианты ла билдәле: «Батыр әтәс» әкиәтендә кәзә ҡуяндың йортон баҫып ала, ә уны әтәс ҡыуып сығара. Был текст 1996 йылда Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында Миңниса Мәзитованан (72 йәш) яҙып алынған һәм «Башҡорт халыҡ ижады»ның 13-сө томында («Хайуандар тураһында әкиәттәр», Өфө: Китап, 2009, № 92) беренсе тапҡыр баҫылған; ул АТ 212 («Коза луплена») сюжет тибына ҡарай. Шул уҡ томдың аңлатмаларында билдәләнеүенсә, «Батыр әтәс» татар халыҡ әкиәттәре репертуарында ла осрай (ТХЭ, 1-се т., 1977, 91-93-сө б.)[3].
Әкиәттәге шиғри өлөштәр (әтәстең «Кикри-күк!» йыры) башҡорт халыҡ әкиәттәренә хас һамаҡлап башҡарыу рәүеше менән бәйле күренеш булараҡ ҡарала[4].
Баҫмаһы
Әкиәт 1988 йылда Өфөлә «Башҡортостан китап нәшриәте»ндә сыҡҡан «Туған тел» йыйынтығында донъя күргән[5].
Сәхнәләштереү
Әкиәт буйынса 2015 йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектакле ҡуйылған[6], шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн башҡортса инсценировкалар әҙерләнгән (мәҫәлән, Г. Р. Хафизованыҡы, 2024)[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Төлкө, ҡуян һәм әтәс (баш.) // Аҡбуҙат : журнал. — 2022. — Ноябрь (№ 11).
- ↑ Сравнительный указатель сюжетов. Восточнославянская сказка. — Л.: Наука, 1979. (электрон. версия: СУС 43. Лубяная и ледяная хата. Фольклор и постфольклор: структура, типология, семиотика. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2026.)
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады: 13-сө том. Хайуандар тураһында әкиәттәр / Төҙ., инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы Г. Р. Хөсәйенова; яуаплы ред. Ф. А. Нәҙершина. — Өфө: Китап, 2009. — С. 126. — 200 с. — ISBN 978-5-295-04690-2.
- ↑ Хөсәйенова Г. Р. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә һамаҡлау күренеше // Башҡорт фольклоры: тикшеренеүҙәр һәм материалдар. VII сығарылыш. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2019. — С. 37.
- ↑ Туған тел (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — С. 18.
- ↑ "Заяц, Лиса и Петух", кукольный спектакль. Информационный сайт ПоУфе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ Хафизова Г. Р. Инсценировка на башкирском языке «Төлкө, ҡуян һәм әтәс» — сказка «Заюшкина избушка». Дошкольник.рф (10 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 август 2026.