Төҫлө металдар

Төҫлө металдар (рус. Цветные металлы) — тимер һәм уның төркөмөндәге элементтарҙан башҡа бөтә металдарҙың сәнәғәт атамаһы. Төҫлө металдарҙың ғәҙәти билдәһе булып ҡараһыу һоро төҫтән башҡа төҫ тора. Мәҫәлән, аҡ (алюмин, көмөш), һары (алтын), ҡыҙыл (баҡыр) һ. б.

Баҡыр, аҡ ҡурғаш, ҡурғаш кеүек төҫлө металдар тимер һәм уның иретмәләренә ҡарағанда иртәрәк ҡулланыла башлай. Уларҙы ҡулланыу бронза быуатына ҡарай.

Төҫлө металдарҙың үҙенсәлеге уларҙың атом төҙөлөшө үҙенсәлегенә бәйле. Элементтарҙың күп кенә үҙенсәлектәре уларҙың аныҡ периодик атом номерына бәйле булыуы асыҡлана.

Физик-химик үҙенсәлектәре буйынса классификация

Тығыҙлығы буйынса

Төҫлө металдар һәм иретмәләр шартлы рәүештә еңел һәм ауыр металдарға бүленә. Еңел металдарҙың тығыҙлығы 5 г/см³-тан артмай: магний, бериллий, алюмин, титан һ. б. Ауыр металдарға тығыҙлығы 5 г/см³-тан артҡан металдар ҡарай. Иң ауыр элементтар булып осмий (22,48 г/см³), иридий (22,46 г/см³), алтын һәм вольфрам (19,3 г/см³) тора[1].

undefined

Иреү температураһы буйынса

Төҫлө металдар шулай уҡ иреү температураһы буйынса бүленә. Еңел иреүсәндәрҙең иреү температураһы 600 °C тиклем (цинк, ҡурғаш, кадмий, висмут, аҡ ҡурғаш һ.б.). Уртаса иреү температураһы (600—1600 °C) баҡырҙыҡы. 1600 °C-тан юғарыраҡ температурала иреүсе металдар — титан, хром, ванадий, цирконий һ. б — ауыр иреүсән тип иҫәпләнә[1].

Башҡа төркөмдәр

Көнкүрештә төҫлө металдар ғәҙәттә түбәндәге төркөмдәргә бүленә:

undefined
undefined

Төҫлө металдарҙы ҡулланыу

Сәнәғәт тәғәйенләнеше һәм ҡулланылышы буйынса төҫлө металдар һәм уларҙың иретмәләре ике төркөмгә бүленә: конструкция материалдары һәм айырым физик үҙенсәлекле материалдар[1].

Конструкция материалдары

Конструкция металдарына төҫлө иретмәләр һәм металдар ҡарай, төрлө деталдәр, машина узелдары һәм конструкциялар эшләүҙә ҡулланыла. Улар — баҡыр, алюмин, магний, титан һ. б. нигеҙендәге иретмәләр.

  • айырым технологик үҙенсәлектәре булған материалдар (баҡыр нигеҙендәге иретмәләр — еҙ һәм бронза);
  • аҙ ҡуйылыҡтағы материалдар (алюмин һәм магний нигеҙендәге иретмәләр);
  • сағыштырма юғары ныҡлыҡлы материалдар (титан, бериллий һәм уларҙың нигеҙендәге иретмәләр);
  • антифрикцион материалдар — подшипник иретмәләре (бабиттар һ. б.);
  • температураға һәм эш мөхитенә тотороҡло — коррозияға сыҙамлы (көмөш, алтын, платина һ. б.), эҫегә сыҙамлы, һыуыҡҡа сыҙамлы, радиацияға сыҙамлы материалдар һ. б.

Айырым физик үҙенсәлектәре булған материалдар

Төҫлө металдарға һәм айырым физик үҙенсәлекле иретмәләргә ҡараған металдар һәм иретмәләр:

  • айырым электр үҙенсәлекле — юғары электр үткәреүсәнлеге, йылытыу элементтары һәм реостаттар өсөн юғары электр ҡаршылығы, припойҙар, ярымүткәргес материалдар;
  • айырым магнит үҙенсәлектәре булған материалдар;
  • айырым йылылыҡ үҙенсәлектәре булған материалдар.
undefined

Бер үк металл йыш ҡына төрлө тәғәйенләнештәге иретмәләр өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итеүен иҫәпкә алып, металл иретмәләрен төп металл буйынса классификациялау киң ҡулланыла. Был классификацияға түбәндәге материалдар инә:

  • баҡыр нигеҙендәге иретмәләр;
  • алюмин нигеҙендәге иретмәләр;
  • титан нигеҙендәге иретмәләр;
  • магний нигеҙендәге иретмәләр;
  • бериллий нигеҙендәге иретмәләр;
  • еңел иреүсән металдар нигеҙендәге иретмәләр: цинк, аҡ ҡурғаш, ҡурғаш һ. б.;
  • ҡаты иреүсән металдар (V, Nb, Zr, W, Mo, Ta) һәм улар нигеҙендәге иретмәләр;
  • аҫыл металдар (Ag, Au, Pt һ. б.) һәм улар нигеҙендәге иретмәләр.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Р. А. Шмыг, В. М. Боярчук, И. М. Добрянский, В. М. Барабаш;. Цветные металлы // Терминологический словарь-справочник по строительству и архитектуре / под общ. ред. Р. А. Шмыга. — Львов, 2010. — 110 с. — ISBN 978-966-7407-83-4.

Әҙәбиәт

  • Смирнов В. А, Бредихин В. Н., Шевелев А. И. Обогащение руд и отходов цветных металлов / Монография. — Донецк: Издат. дом Кальмиус, 2008. — 500 с.
  • Лившиц Б. Г., Крапошин В. С., Линецкий Я. Л. Физические свойства металлов и сплавов. — М.: Металлургия. — 1980. — 316 с.
  • Лахтин Ю. М., Леонтьева В. П. Материаловедение. — М.: Машиностроение. — 1980. — 493 с.
  • Колачев Б. А., Ливанов В. А., Елагин В. И. Металловедение и термическая обработка цветных металлов и сплавов. — М.: Металлургия. — 1981. — 414 с.
  • Смирнов В. О. Металургія кольорових металів. Збагачення руд кольорових металів: [підручник] / В. О. Смирнов, В. М. Бредіхін, М. О. Маняк; за ред. І. Ф. Червоного. — Запоріжжя: Вид-во ЗДІА, 2008. — Ч. 2. — 322 с.

Категориялар