Углич

Углич — Рәсәй ҡалаһы Ярославль өлкәһенең Углич районының административ үҙәге, XIII—XV быуаттарҙа Углич кенәзлеге үҙәге. Халҡы — 32 146 кеше (2017 йыл).

Ҡала Волга йылғаһы ярында (Углич һыуһаҡлағысы) урынлашҡан, Мәскәүҙән 200 саҡрым төньяҡ-көнсығышта һәм Ярославлдән көнбайышҡа табан 97 км алыҫлыҡта урынлашҡан. «Алтын балдаҡтың» туристик үҙәге.

Углич- өлкә әһәмиәтендәге ҡала[2], Углич муниципаль районы сиктәрендә Углич муниципаль берәмеген ҡала биләмәһе статусы менән берҙән-бер тораҡ пунктын барлыҡҡа килтерә[3].

Тарих

Ҡаланың исеме бында Волга йылғаһы мөйөш яһап аҡҡандан алынған. Бынан тыш, икенсе версия ла ихтимал: был урында ағас яғып күмер яһағандар.

Археологик тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса беҙҙең эраның башында Углич кремле биләмәһендә ҙур булмаған тораҡ тәнәфесһеҙ торған (V—vi быуаттарҙа).

Йылъяҙмалар күрһәтеүенсә, Углич ҡалаһына нигеҙ һалыусы «пскович», кенәз ҡатын Ольганың туғаны Ян Плесковитич булған. Бер нисә урындағы сығанаҡтарҙа ҡалаға нигеҙ (937, 947, 952 һәм башҡа йыл) йылдарҙа һалынған тип күрһәтелә. Традиция буйынса 937 йыл һайлап алынған. XIX быуатҡа тиклем ҡалала (хәҙер торлаҡ) «Яново яланы» тп аталған урын булған. Археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә бында X быуатта скандинав феодал аҫабаһы йәшәгән тип фараз ителә.

XIV быуат башында Русь ҡалаларын Мәскәү кенәзе балаларына өлөш итеп (удел)бүлеп биргән. 1462—1492 йылда бында Андрей Большой кенәз булып торған. Ул идара иткән дәүерҙә ҡала ныҡ үҫә, унда бер нисә таш бина төҙөлә, шул иҫәптән — собор (яңынан төҙөлә. 1713 йылда), Покров монастыры (Угличта ГЭС төҙөгәндә емерелә) һәм удел кенәзе палатаһы ҡыҙыл кирбестән һалына (күркәм өлөшө һаҡланған). 1492 йылда Углич кенәзен һәм уның ике улын ағаһы Иван III Васильевич ҡулға ала һәм Переславский монастырына яба, Углич кенәзе шунда тиҙҙән вафат була. Ҡалала сыҡҡан ҙур янғын ҡаланы тулыһынса емерә.

1468 йыл тирәһендә ҡалаға Афанасий Никитин килә, ул үҙенең «Хожение за три моря» юлъяҙмаһында Углич тураһында яҙып ҡалдырған[4].

Иван Грозный идара иткән осорҙа ҡала уның ҡустыһы Юрий ҡулы аҫтында була. 1550—1551 йылдарҙа Углич урманында ағас ҡәлғә төҙөйҙәр һәм уны һүтелгән килеш Волга буйлап ҡамауҙа торған Ҡаҙанғаебәрәләр. Был ҡәлғә Свияжск ҡалаһына нигеҙ һала. 1565 йылда батша Иван Васильевич рус дәүләтен опричнина һәм земщинаға бүлгәндә ҡала земщина составына инә[5][6].

Иван Грозный үлгәндән һуң, 1584 йылда, уның кесе улы Дмитрий әсәһе менән бергә Углич ҡалаһына ебәрелә. Тарихтағы иң билдәле ваҡиға 1591 йылдың 15 майҙа була. Һигеҙ йәшлек малайҙы һарайҙа муйынын бысаҡ менән ҡырҡып үлтерелгән килеш табалар. Дмитрийҙың үлемендә батша булырға теләгән Борис Годуновты ғәйепле тип уйлайҙар. Угличтар дәүләт дьяктары Варфоломей Битяговскийҙы һәм Качаловты приказ йортон емереүҙә ғәйепләп, үлтерәләр. Бының өсөн 200-гә яҡын кешене Угличта язалайҙар, уларҙың телдәрен һәм ҡолаҡтарын ҡырҡып, Себергә оҙаталар. Үлгән батша улының әсәһен ирекһеҙләп монастырға ебәрәләр. Был ваҡиға хаҡында ентекләберәк ҡара. Углич эше.

1601 йылда Углич ҡалаһын Ксения Годунованың кейәүе була алмаған принц Густавҡа бирәләр. Поляктар болаһы ваҡытында Угличтың, йылъяҙмасының һүҙҙәренә ҡарағанда, әйләнәһе 25 саҡрым тәшкил иткән, унда 3 собор, 150 сиркәү һәм мәхәллә, 12 монастырь, яҡынса 40 000 000 кеше, 17 000 йорт ихатаһы торған.

undefined

Бsk бола заманынан һуң Углич ныҡ бөлгәнлектн бик оҙаҡ аяҡҡа баҫа алмаған. Угличты тергеҙеүгә батша Михаил Романов тотонған: һалым льготалары индергән, емерелгән монастырҙарға яңы ерҙәр биргән, ҡалаға үҙидара биргән. Угличта. 1628 йылда поляк-литва интервенттарынан һәләк булғандар иҫтәлегенә Алексеевский монастырында Успение Пресвятой Богородицы ғибәҙәтханаһын төҙөйҙәр.

Ҡалала артбан да төрлө биналар, ҡорамдар төҙөлгән, унда тарих менән ҡыҙыҡһынған кешеләр булған. Ҡаланың артабанғы үҫешенә Антон Чеховтың энеһе Михаил Чехов ҙур өлөш индергән. Угличта М. Е. Салтыков-Щедрин, А. Н. Островский, В, А. Жуковский, И. Суриков, И. Грабарь, Н. Рерих һәм башҡа күп кенә яҙыусы, рәссам, артист, тарихсылар булып киткән[7].

1917 йылдың 12 декабрендә Угличта совет власы урынлаштырыла. 1921 йылдың яҙында ҡалала ҙур янғын булып, ҡала йөҙөн үҙгәртә. Был стихияға ҡала кешеләре ҡаршы тора алмай.[8]

1939 йылда Углич һыуһаҡлағысы төҙөлә. 1940 йылда Калязин — Углич тимер юл линияһы барлыҡҡа килә. 19351950 йылдарҙа Углич ГЭС-ы төҙөлә. 1941 йылда Углич фронт һыҙығындағы ҡала тип иғлан ителә, немец ғәскәрҙәре Калининға (хәҙерге Тверь) яҡынлаша. Ленинградтан балаларҙы Угличҡа эвакуациялайҙар, бында № 90 балалар йорто ойошторола, уның директоры Капустина Надежда Мартыновна була. Сәғәт заводы балалар йортона шефлыҡ ярҙамы күрһәтә.

Халыҡ

10 000
20 000
30 000
40 000
1913
1967
2000
2006
2011
2016
2021

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала 473 урында[9] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[10]).

Иҡтисад

undefined
undefined

Иҫтәлекле урындар

undefined
undefined

Углич Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы ҡалаларының береһе, унда туристар йыш килә. Ҡалала традицион урыҫ архитектураһы өлгөләре һаҡланып ҡалған.

Угличтың төп иҫтәлекле урындары:

  • Углич кремле Дмитрий на Крови сиркәүе менән (1692), Спас-Преображенск соборы (1713), ҡыңғырау манараһы (1730), батша улы Димитрий палаталары (1482) һ. б.
  • Свято-Воскресенский монастыры.
  • Богоявленский монастыры (1843—1853).
  • Алексеевский монастыры (1371) Успенский («Дивный») сиркәүе (1628).
  • Рождество Иоанна Предтечи сиркәүе (1689—1690).
  • Сауҙа майҙаны ансамбле — сауҙа рәттәре (1860), сауҙагәрҙәр йорто.

Музейҙар

Туғанлашҡан ҡалалары

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. Ярославль өлкәһендә 2002 йылда 7 февраль n 12 закон-з «административ-территориаль ҡоролошо тураһында ярославль өлкәһе»
  3. Ярославль өлкәһе закондар 2004 йылдың 21 декабрендәге № 65-з «атамаһы тураһында, ярославль өлкәһе муниципаль берәмектәрҙең сиктәре һәм статустары»
  4. Афанасий Никитин өс диңгеҙ аръяғына Хожение. — Л., 1986. — 57. б.
  5. Сторожев В. Н. Земщина // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. Земщина 2017 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған. // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  7. Угличская история.
  8. Начало советской власти в Угличе. 2019 йылдың 29 март көнөндә архивланған.
  9. с учётом городов Крыма
  10. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
  11. 1 2 20 июля угличане отмечали День рождения своего города. goroduglich.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2015. Архивировано 13 июнь 2015 года.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар