Урал сусағы
Урал сусағы йәки Оло Урал сусағы (рус. Уральская сопка, йәки Большая Уральская сопка) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе, Көньяҡ Уралдың Уралтау һыртындағы бер тау.
Тасуирлама
Урынлашыуы
Урал сусағы Урал һырттарына инә. Уның бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 870 м. Был түбә буйлап Европа менән Азия сиге үтә, шулай уҡ Силәбе өлкәһе Златоуст һәм Мейәс ҡала округтары сиктәре лә уның буйлап үтә.
Ул Уржумка станцияһынан 8 км төньяҡ-көнсығыштараҡ һәм Александров сусағынан (Александровская сопка), 4 км төньяҡ-көнсығыштараҡ, Тағанай милли паркының көнсығыш сигендә урынлашҡан. Силәбенән алыҫлығы — 140 км, Златоустан — 20 км, Ҡыштымдан — 100 км.
Тәбиғәте
Сусаҡ күренеше менән күпселек Урал һырттары түбәләренә оҡшаш, ташлы-ҡаялы үркәсле.
Тау тоҡомо аҡһыл һәм алһыуыраҡ кварциттан, шулай уҡ гранат һәм бәлләүер (гәлсәр) ҡатнаш һәүерташ ҡушылмаларынан тора.
Сусаҡты тайга урманы ҡаплаған. Бында ҡарағай, аҡ һәм ҡара шыршы, ҡарағас һәм башҡа ағастар үҫә. 10000 йыл элек үҫкән урман-дала ландшафына хас реликт ҡарағай-ҡайын-ҡарағас урманын осратырға мөмкин, ә боҙлоҡ осоронан һуң, хәҙерге заманда себер ҡарағасы менән ҡатнашҡан. Шулай уҡ бындағы типик флора һәм реликт үҫемлектәр ҙә үҫә. Мүк һәм лишайниктар күп[2].
Әҙәбиәт
- Козлов А. Уральская сопка // Златоустовская энциклопедия. — Златоуст: 2004.
- Уральская сопка // Урал. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия / Сост. Н. Рундквист, О. Задорина. — Екатеринбург: Изд. Квист, 2013.
Иҫкәрмә
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Гора Уральская сопка 2019 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Информация туристического портала Челябинской области 2019 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Информация сайта «На Урале»
- ↑ Уральская сопка // Урал. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия / Сост. Н. Рундквист, О. Задорина. — Екатеринбург: Изд. Квист, 2013.
См. шулай уҡ
Һылтанмалар
- Уральская сопка на карте Европейской России:
- 1875 год (Златоуст), масштаб 1:420 000
- Уральская сопка на карте окрестностей Златоуста (Л. 22-В)
- Страница Уральской сопки на сайте Викимапия
- Страница Уральской сопки на сайте «На Урале»
- Страница Уральской сопки на туристическом портале Челябинской области 2019 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.
- Страница Уральской сопки на сайте «Karta-Russia.ru»
- Уральская сопка на топографической карте Урала (2000 год)
Сығанаҡтар
- Уралтау // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.