Ураҙбаев Ҡоҙабай Лоҡман улы

Ураҙбаев Ҡоҙабай Лоҡман улы (1920 йыл — 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны ҡылыссыһы[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры[1].

Биографияһы

Ҡоҙабай Лоҡман улы Ураҙбаев 1920 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында[1] тыуған. 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия) дивизияһында хеҙмәт итә: 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадронында ҡылыссы. Алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн 1943 йылда ике тапҡыр иң юғары хәрби һалдат наградаһы — «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Һуғыштан яраланғандан һуң 1944 йылда ҡайта.

1997 йылды Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында вафат була һәм шунда ерләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (1985)
  • ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (28 март 1943[2]; 18 октябрь 1943[3])
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (9 май 1945)
  • Юбилей миҙалдары

Хәтер

Ураҙбаев Ҡоҙабай Лоҡман улының исеме Башҡортостандың Баймаҡ районы буйынса Хәтер китабына[сығанаҡ 1873  көн күрһәтелмәгән] индерелгән.

Һылтанмалар