Фаршатов Иридий Әшрәф улы

Фаршатов Иридий Әшрәф улы ( рус. Фаршатов Иридий Ашрафович ; 5 июль 1938 йыл) — ғалим-юрист, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000), юридик фәндәр докторы (1992), профессор (1993).

Биографияһы

Иридий Фаршатов 1938 йылдың 5 июлендә Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Кушнаренко ауылында тыуған. 1966 йылда Свердловск юридик иниститутын[1] тамамлай. Ошо йылда Башҡортостандың Асҡын районы халыҡ судында халыҡ судьяһы булып эш башлай. 1969 йылда КПСС-тың Асҡын район комитеты секретары итеп һайлана. 1972—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында эшләй: уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, доцент, хоҡуҡ фәндәр докторы, профессор. Ул 130-ҙан артыҡ фәнни хеҙмәт авторы. Фәнни-тикшеренеү хеҙмәттәрен хоҡуҡ нормаларын, өҫтәмә хоҡуҡ мөнәсәбәттәрен махсуслаштырыу, торлаҡ закондары йыйылмаһын камиллаштырыу проблемаларына арнаған[2].

Хеҙмәттәре

  • Правовые основы социального развития села. М., 1991;
  • Жилищное законодательство: практика применения, теоретические вопросы. М., 2001;
  • Комментарии к судебной практике по жилищным спорам. М., 2011

Иҫкәрмәләр

  1. хәҙер Урал дәүләт юридик университеты
  2. Башҡорт энциклопедияһы/ Фаршатов Иридий Әшрәф улы