Феникс (архипелаг)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Феникс утрауҙары
ингл. Phoenix Islands
Острова Феникс
Острова Феникс
Характеристикалар
Утрауҙар һаны8 атолл һәм 2 һыу аҫты рифы 
Иң эре уртауКантон 
Майҙаны27,92 км²
Халҡы31 кеше (2010)
Халыҡ тығыҙлығы1,11 кеше/км²
Урынлашыуы
3°40′00″ ю. ш. 172°20′00″ з. д.HGЯO
АкваторияТымыҡ океан
Ил
РегионФеникс утрауҙары
Кирибати
Красная точка
Феникс утрауҙары
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Феникс утрауҙары (рус. Острова́ Фе́никс, ингл. Phoenix Islands) — Тымыҡ океандағы архипелаг. Гавай утрауҙарынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2650 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 8 атолдан һәм 2 һыу аҫты рифынан тора. Дөйөм майҙаны яҡынса 29 квадрат километр тәшкил итә. Кирибати Республикаһына ҡарай.

Архипелагтан көнбайыштараҡ Гилберт утрауҙары, көнсығыштараҡ Лайн утрауҙары (Үҙәк Полинезия Спорадалары) ята[1].

Утрауҙарҙың боронғо тарихы өйрәнелмәгән. Бары тик европалылар килгәнгә тиклем Манра (Сидни) утрауында полинезиялылар йәшәгәнлеге генә билдәле (был турала утрауҙағы археологик табылдыҡтар раҫлай). Феникс утрауҙары үҙҙәре XIX быуатта Европа һәм Америка диңгеҙселәре тарафынан асыла. Артабан ул Тымыҡ океан утрауҙарында гуано сығарыу менән шөғөлләнгән компанияларҙы ғына ҡыҙыҡһындыра. Һөҙөмтәлә утрауҙар флораһына һәм фаунаһына ҙур зыян килә.

1979 йылдың 12 июлендә Кирибатиға бойондороҡһоҙлоҡ бирелгәнгә тиклем Феникс утрауҙары Бөйөк Британияныҡы була.[2][3].

Архипелагтың бөтә утрауҙарында, Кантон утрауынан (2010 йылда 40 кеше) башҡа, кеше йәшәмәй[4].

Утрауҙар илдең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Үҫемлектәре күрше Гилберт һәм Лайн утрауҙары үҫемлектәренә оҡшаш: кокос пальмалары (ҡайһы берҙәрендә плантациялар булған), мессершмидиялар һәм башҡа үлән үҫемлектәре. Һөтимәрҙәрҙән утрауға кеше алып килгән полинезия сысҡандары ғына йәшәй. Яр буйы һыуҙары балыҡтарға бай. Феникс архипелагындағы күп кенә утрауҙар диңгеҙ ҡоштарының оя ҡороу урыны булып тора. Бирни, Мак-Кин һәм Раваки (Феникс) утрауҙары диңгеҙ ҡурсаулыҡтары итеп иғлан ителгән.

Феникс утрауҙары 2008 йылдың 28 ғинуарынан донъялағы иң ҙур диңгеҙ ҡурсаулыҡтарының береһе булып тора (майҙаны 410 500 км²)[5]. 2010 йылда уның территорияһы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты тип иғлан ителә[6].

Атолл/Утрау/Риф Утрауҙың майҙаны,
км²
Лагуна,
км²
Халҡы,
кеше (2010)
Координаталары Статус

Атоллдар

Абариринга (Кантон) 9,15 50 31 2°50′ ю. ш. 171°43′ з. д.HGЯO Кирибати
Бирни 0,2 0,02*  — 3°35′ ю. ш. 171°31′ з. д.HGЯO Кирибати
Мак-Кин 0,57 0,2*  — 3°36′ ю. ш. 174°08′ з. д.HGЯO Кирибати
Манра (Сидни) 4,4 2,2*  — 4°27′ ю. ш. 171°15′ з. д.HGЯO Кирибати
Никумароро (Гарднер) 4,1 4  — 4°40′ ю. ш. 174°31′ з. д.HGЯO Кирибати
Орона (Хулл) 3,9 30  — 4°30′ ю. ш. 172°10′ з. д.HGЯO Кирибати
Раваки (Феникс) 0,5 0,5  — 3°43′ ю. ш. 170°43′ з. д.HGЯO Кирибати
Эндербери 5,1 0,6*  — 3°08′ ю. ш. 171°05′ з. д.HGЯO Кирибати

Һыу аҫты рифтары

Каронделет  — ?  — 1°36′ ю. ш. 174°57′ з. д.HGЯO Кирибати
Уинслоу  — 1  — 5°34′ ю. ш. 173°51′ з. д.HGЯO Кирибати
Феникс (архипелаг) 27,92 84,5 31
* Йондоҙсоҡ менән билдәләнгән лагуналар утрауҙар майҙанына индерелгән, сөнки улар, типик атолдарҙан айырмалы рәүештә, океандан тулыһынса айырылған.
  1. Phoenix Islands (ингл.). https://www.britannica.com/. Дата обращения: 10 ноябрь 2019. Архивировано 12 сентябрь 2019 года.
  2. Swain Reef, Howland and Baker Islands (USA), Phoenix Islands (Kiribati) (ингл.). https://www.worldwildlife.org/. Дата обращения: 10 ноябрь 2019. Архивировано 10 ноябрь 2019 года.
  3. The colonization of the Phoenix Islands (ингл.). http://www.jps.auckland.ac.nz/document//Volume_61_1952/Volume_61%2C_No._1_%2B_2/The_colonization_of_the_Phoenix_Islands%2C_by_H._E._Maude%2C_p_62-89/p1. Дата обращения: 10 ноябрь 2019. Архивировано 27 ғинуар 2019 года.
  4. Voyage to the Remote Phoenix Islands. https://www.whoi.edu/. Дата обращения: 10 ноябрь 2019. Архивировано 10 ноябрь 2019 года.
  5. Phoenix Islands Protected Area (ингл.). http://www.phoenixislands.org/. Phoenix Islands Protected Area. Дата обращения: 21-00-2008. Архивировано из оригинала 5 август 2011 года.
  6. Phoenix Islands Protected Area (ингл.). https://whc.unesco.org/. Дата обращения: 10 ноябрь 2019. Архивировано 19 ноябрь 2019 года.