Фидан (исем)

Викидата элементы юҡ

Фидан (исем) — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Этимологияһы

Фидан (неологизм), ғәрәпсәнән үҙләштерелгән, фиҙаҡәр, тырыш тигәнде аңлата[1]

Билдәле кешеләр

Атаһының исеме

Сәфәров Валерий Фидан улы (21 июнь 1950 йыл) — ғалим-архитектор, педагог. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2007—2012 йылдарҙа «БашНИИстрой» институтының баш архитекторы. Тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы, Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы.

Ғафаров Азамат Фидан улы (Азамат Фидан улы Ғафаров) — драма артисы, йырсы, Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры актёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2004) һәм халыҡ (2014) артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ