Филиппов Олег Игоревич

Олег Игоревич Филиппов (1979 йылдың 4 апреле, Өфө) — Рәсәйҙең төҙөүсе-инженеры, юрист, йәмәғәт эшмәкәре. 2007 йылдан «6-сы сәнәғәт-төҙөлөш комплексы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. Башҡортостан Республикаһының 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018 йылдан). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе[1].

Биографияһы

1979 йылдың 4 апрелендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған[2].

2001 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын «сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө» һөнәре буйынса «төҙөүсе-инженер» квалификацияһы (рус.)баш. алып тамамлай[3].

Хеҙмәт юлын шул уҡ 2001 йылда «Башнефтезаводстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Проект-техник институты» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең 2-се проект бүлегендә төҙөлөш төркөмө инженеры булып башлай[1].

2002—2004 йылдарҙа «3-сө төҙөлөш тресы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 8-се төҙөлөш участкаһында төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры булып эшләй. Һуңынан 2007 йылға тиклем шул уҡ ойошманың 18-се төҙөлөш участкаһында өлкән эш башҡарыусы, баш инженер була. 2007 йылдан «6-сы сәнәғәт-төҙөлөш комплексы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры[2].

2012 йылда Профсоюздарҙың «Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр» академияһы юғары белем биреү учреждениеһында «юриспруденция» (рус.)баш. һөнәре һәм «юрист» квалификацияһы буйынса икенсе юғары белем ала[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018—2023)[1].
  • 2023 йылдан парламенттың 7-се саҡырылыш депутаты. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа «Справедливая Россия — за правду» социалистик сәйәси партияһы фракцияһы[4] һәм Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет ағзаһы[5].
  • «Башҡортостан Республикаһының төбәк төҙөлөш союзы» ассоциацияһының совет ағзаһы[6].

Ғаиләһе

  • Ҡатыны менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Филиппов Олег Игоревич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 Филиппов Олег Игоревич – биография. Сетевое издание «Информационно аналитический портал «Viperson» (Виперсон) (18 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
  3. 1 2 Филиппов Олег Игоревич. Директор ООО «ПСК № 6». Проект «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
  4. Филиппов Олег Игоревич, Депутат, фракция «Справедливая Россия — за правду». Официальный сайт Социалистической политической партии «Справедливая Россия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
  5. Комитет по жилищной политике и инфраструктурному развитию. Филиппов Олег Игоревич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)
  6. Члены совета Ассоциации. Филиппов Олег Игоревич. Ассоциация Саморегулируемая организация «Региональный строительный союз Республики Башкортостан». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2026. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә