Фондеранцев Герасим Ефимович

Фондеранцев Герасим Ефимович (1899 йыл — 1982 йыл, июнь) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Майор Гәрәй Нафиҡовтан һуң 294-се полк командиры. Подполковник. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Александр Невский (1943), III дәрәжә Суворов, Монголия Халыҡ Армияһына 50 йыл (1971) һ.б. ордендар кавалеры[1].

Биографияһы

Герасим Фондеранцев 1899 йылда Украинаның хәҙерге Кировоград өлкәһе Александрийский районы Яңы Прага ауылында тыуған. 1918 йылда Украиналағы Николаев ҡалаһы РВК-һы тарафынан армияға алынған. 1918 йылдан 1920 йылға тиклем Ҡыҙыл Армия сафында граждандар һуғышында ҡатнашҡан.

1929-сеы йылда Байкал аръяғында 45-се кавалерия дивизияһының эскадрон командиры була, Ҡытайҙағы КВЖД тимер юлы өсөн һуғышта ҡатнаша.[2]

1941 йылдың 7 сентябренән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың 20 сентябренән Вязьма янында оборонала торорға тейешле 45-се кавалерия дивизияһының 52-се кавалерия полкы командиры була (дивизияның иҫән ҡалған яугирҙары Вязьма янындағы ҡамауҙан сыға).

1942 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғыша.

1942 йылдың ноябрендә Сталинград өсөн барған ҡаты алыштар ваҡытында дивизия күп юғалтыуҙар кисерә, 275-се кавалерия полкы командиры Таһир Тайып улы Күсимов һәм 313-се кавалерия полкы командиры Ғариф Дәүләт улы Маҡаев ҡаты яралана, дивизия командры М.М.Шайморатов бойороғо менән 294-се һәм 275-се полк бергә ҡушыла. Декабрҙә берләштерелгән отряд командиры итеп Герасим Евграфович Фондеранцев тәғәйенләнә.

Полктың лейтенант А.Атаев етәкселегендәге беренсе эскадроны яугирҙары 1943 йылдың 21-22 ғинуарында Белая Калитва ҡалаһы (Ростов өлкәһе) янындағы бик мөһим бер ҡалҡыулыҡты дошманға бирмәй алыша (30 батыр ҡалҡыулығы).

1943-се йылдың февралендә Донецк һәм Ворошиловград (Луганск) өлкәләренә дошман тылына рейд ваҡытында Фондеранцев 294-се кавалерия полкын етәкләй.

1944 йылдың 14 ғинуарында йәрәхәтләнә.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң отставкаға тиклем Белоруссияның бер өлкәһендә хәрби коамиссар булыа эшләй.

Подполковник.

1982 йыл июнендә вафат булған.

Наградалары

Шулай уҡ ҡарағыҙ