Француз теле дәрестәре

«Француз теле дәрестәре» (рус. Уроки французского) — совет яҙыусыһы Валентин Григорьевич Распутиндың 1973 йылда яҙылған хикәйәһе.

Тарихы

Хикәйә тәүге тапҡыр 1973 йылда Иркутск ҡалаһының «Советская молодежь» комсомол гәзитенең А. В. Вампилов иҫтәлегенә арналған һанында баҫылып сыға.

Әҫәр күп йәһәттән автобиографик характерҙа. Әммә автор кисергән тормош күренештәре эстетик яҡтан яңынан ҡаралып һүрәтләнгән[1]. 1948 йылда башланғыс мәктәпте тамамлаған Аталанка ауылынан В. Г. Распутинды район үҙәге — Усть-Уда ҡасабаһына уҡырға ебәрәләр. Яҙыусының хәтерләүенсә: «Усть-Удуға мин бер тапҡыр ҙа ғаиләһенән айырылмаған оялсан крәҫтиән үҫмер булып эләктем. Мин яңы иптәштәремдән ҡыйынһындым, бер хужабикәлә фатирҙә йәшәнем, өйҙө һағыныуым мине ташламаны.»

Француз теле уҡытыусыһының прототибы (рус.)баш. — Лидия Михайловна Молокова (ҡыҙ фамилияһы Данилова). Ул Мәскәүҙә тыуа, һуңынан ғаилә Байкал аръяғына күсенә. 1951 йылдан йүнәлтмә буйынса Усть-Уда мәктәбендә француз теле уҡытыусыһы булып эшләй, урындағылар уға сит ил кешеһенә ҡараған кеүек ҡарай. В. Г. Распутин уның тураһында былай ти: «Бик йәш, кисәге студентка, ул беҙҙе үҙ өлгөһөндә тәрбиәләүе тураһында уйламаны ла, әммә уның өсөн үҙенән-үҙе аңлашылған ғәмәлдәр беҙгә иң мөһим һабаҡ ине. Изгелек һабаҡтары». Уҡыусыһы менән ҡомарлы уйындар уйнамаһа ла «насар» уҡытыусы булды, бер нисә тапҡыр шаблон тыйыуҙарҙы боҙҙо, һәм уның тап ошо сифаты яҙыусыға «замеряшки» уйыны менән сюжетты күрһәткән. Посылка менән бәйле эпизод уйлап сығарылмаған, уның тураһында В. Г. Распутин күп йылдар үткәс «Макарондар менән посылканы Лидия Михайловна миңә әсәйем ебәргән тип уйларлыҡ итеп ебәрҙе... Әгәр беҙҙең ауылда макарон алырға мөмкин булһа, уҡытыусының бындай хәйләһен мин, моғайын, аңламаҫ та инем» тип һөйләй[2][3][4].

Күп йылдарҙан һуң Лидия Михайловна Парижда В. Г. Распутиндың «Живи и помни» исемле йыйынтығын һатып ала, унда «Француз теле дәрестәре» хикәйәһе була. Ошоға бәйле уларҙың аралашыуы яңынан башлана[3].

undefined

Сюжеты

Хикәйәләге ваҡиғалар 1948 йылда, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бара. Әҫәрҙең төп геройы — ун бер йәшлек малай, хикәйәләү уның исеменән алып барыла. Ошо йәшенә тиклем ул ауылда йәшәй һәм уҡый. Грамоталы булғанға, уны «башлы» тип йөрөтәләр, шулай уҡ бәхетле күҙе бар тип иҫәпләп, уға йыш ҡына облигациялар (рус.)баш. менән киләләр. Герой йәшәгән ауылда башланғыс мәктәп кенә була, шуға күрә уҡыуын дауам итеү өсөн уға район үҙәгенә китергә тура килә. Һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа, емереклектәр һәм аслыҡ ваҡытында әсәһе, бер нәмәгә лә ҡарамай, улын уҡырға ебәрә. Бында ул аслыҡты тағы ла көслөрәк тоя, сөнки ауыл ерендә үҙеңә ашарға табыу еңелерәк, ә район үҙәгендә бөтә нәмәне һатып алырға кәрәк була. Малайға Надя апайҙа йәшәй. Әсәһе уға әҙерәк аҙыҡ-түлек ебәрә, әммә Надя апаймы әллә уның балаларының береһеме уның икмәген һәм картуфын урлай, һәм улар тиҙ арала бөтөп тора.

Мәктәптә ул француз теленән башҡа фәндәрҙән «бишле»гә уҡый, сит тел өндәрен дөрөҫ әйтә алмай. Француз теле уҡытыусыһы Лидия Михайловна уны ныҡ аптырап тыңлай, хатта күҙҙәрен йома. Бер ваҡыт герой «чика» уйнап аҡса эшләргә мөмкинлеген белеп ҡала. Уның аҡсаһы булмай. Ике тапҡыр ғына әсәһе уға ауылдан биш һум аҡса ебәрә, уға һөт һатып ала, сөнки ҡан аҙлығынан яфалана. Әсәһенән өсөнсө тапҡыр аҡса килгәс, малай һөт алмай, уны ваҡлата һәм уйнай башлай. Ул үтә ныҡ мауыҡмай һәм бер һум отҡандан һуң уйындан сыға. Шулай итеп, ул көн һайын һөт һатып ала башлай. Әммә бер көндө башҡа малайҙар уны отош менән ҡайтармай, артабанн уйнарға мәжбүр итә. Уйынсылар араһында лидер һәм «чика» ның иң яҡшы уйынсыһы тип һаналған етенсе кластан Вадик һәм уның дуҫы Птаха малайҙы Вадиктың алдашып уйнауын күреп ҡалғаны һәм быны ҡысҡырып әйткәне өсөн туҡмай.

Икенсе көндө малай мәктәпкә туҡмалған көйөнсә килә. Тишкин, уйында булған синыфташтарының береһе, Лидия Михайловнаға булған хәл тураһында шатланып һөйләй. Малайҙың аҡсаға уйнауын ишеткән уҡытыусы ни өсөн уға аҡса кәрәклеген һораша: «Кәнфит һатып алаңмы? Әллә китаптармы? Әллә берәй нәмәгә йыяңмы?». Ысынында уның дауаланыу өсөн һөт һатып алыуын белгәс, уға ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртә һәм малай менән француз теленән айырым шөғөлләнергә ҡарар итә. Уҡытыусы уны өйөнә саҡыра, киске аш менән һыйларға уйлай, әммә малай оялсанлығы һәм ғорурлығы арҡаһында ҡырҡа баш тарта.

Ваҡытына ҡарата яҡшы ғына аҡсалы Лидия Михайловна малайҙы бик йәлләй һәм уға ашау етмәүенән сығып, уҡыусыһына аҙ ғына булһа ла иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтергә теләй. Әммә уның ярҙамы ҡабул ителмәй. Артабан ул имеш әсәһенән тип мәктәпкә аҙыҡ-түлек менән посылка ебәрергә маташа, әммә ундағы ауылда булмаған макарон һәм гематоген күреп, малай барыһын да аңлай һәм посылканы (рус.)баш. уҡытыусыһына алып барып бирә. Элегерәк яза итеп ҡабул иткән француз телен ул яйлап үҙләштерә, һәм дәрестәр уға оҡшай башлай. Лидия Михайловна, малайға аҡса табыу мөмкинлеге биреү өсөн, уға бала сағында үҙе уйнаған ҡомарлы уйын «пристенок» (йәки «замеряшки») уйнарға тәҡдим итә. Үҫмер бындай ысул «намыҫлы» була тип иҫәпләй, ризалаша һәм яйлап еңә башлай. Бер көн улар шулай мауығып уйнағанда, уҡытыусының фатирына көтмәгәндә мәктәп директоры килеп инә. Ул уҡыусы менән ошолай уйнауҙы енәйәт (боҙоҡлоҡ) тип һанай һәм, уҡытыусының ниңә быға барыуы сәбәбен белешмәй, уны эштән сығара. Лидия Михайловна Кубанға ҡайтып китә. Ул уҡыусыһын онотмай һәм уға посылка ебәрә. Унда макарон һәм малай быға тиклем бер ҡасан тәмләп ҡарамаған, ә бары тик һүрәттәрҙә генә күргән алмалар була.

Персонаждар

  • Хикәйәсе — район үҙәгенә уҡырға килгән 11 йәшлек ауыл малайы. Ярлы ғаиләлә үҫә. Әсәһе уны һәм ҡустыһы менән һеңлеһен яңғыҙ үҫтерә.
  • Лидия Михайловна — француз теле уҡытыусыһы, хикәйәсегә айырым шәхсән дәрестәр бирә һәм матди ярҙам итергә тырыша.
  • Вадик — етенсе синыф уҡыусыһы, оҙон буйлы, ҡыҙыл сәсле һәм көслө егет, «үҙенең көсө һәм власы менән билдәле», «чика» уйнаған малайҙар компанияһы лидеры.
  • Птаха — «машина менән ҡырҡылған сәсле, ҙур башлы, мыҡты кәүҙәле малай», Вадик артынан күләгә кеүек эйәреп йөрөүсе.
  • Тишкин — хикәйәсенең синыфташы, «шау-шыулы, күҙҙәрен ара-тирә ябып алған малай». Ҡомарлы уйындарҙа ҡатнашыусы.

Әҫәргә анализ

Йүнәлеше һәм жанры

Әҫәр реализм стилендә яҙылған. Жанры — хикәйә.

Композицияһы

Хикәйә тура һыҙыҡлы композицияға (рус.)баш. ҡоролған, ваҡиғалар эҙмә-эҙлекле бара. Сюжет түбәндәге элементтарҙан тора:

  • экспозиция — геройҙың тәү тарихы (район үҙәгендәге мәктәпкә ул нисек килеп эләккән);
  • бәйләнеш — геройҙың бында осратҡан ауырлыҡтарын тасуирлау;
  • хәрәкәттең үҫеше — артабанғы ғәмәлдәр, шул иҫәптән геройҙың Вадик һәм Птаха менән уйыны һәм конфликты һәм француз телен өйрәтеү;
  • кульминация — уҡытыусығы ҡомарлы уйын тураһында билдәле була, герой посылканан баш тарта (был ике ваҡиға ла геройҙарҙың мөнәсәбәттәрен яңы кимәлгә сығара);
  • сиселеш — уҡытыусыны эштән бушатыу;
  • эпилог — алмалар менән посылка алыу.

Пролог һәм эпилог менән сикләп алынған хикәйә биш өлөшкә бүленә, улар график яҡтан йондоҙсоҡтар менән айырыла. Һәр өлөш геройҙың тормош менән уйнау партияһына оҡшаш, унда ул ҡайһы берҙә еңелә, ә ҡайһы берҙә еңә[1].

Образдар системаһы

Хикәйәләү беренсе заттан алып барыла. Герой — һуғыштан һуңғы аслыҡ ваҡытында тыуған ауылынан алыҫ район үҙәгендә ауырлыҡ менән йәшәгән ун бер йәшлек малай. Шул уҡ ваҡытта бала саҡ ваҡиғаларын иҫкә төшөрөүсе һәм уларҙы яңынан күҙ алдына килтереүсе өлкән герой тарих һөйләй. Тикшеренеүселәр хикәйәсене һәм геройҙы «бер кешенең, әммә тормоштоң төрлө йәш этаптарында эш итеүсе һәм рефлексив „мин“ тип айыра». Ваҡыт арауығы хикәйәсегә хикәйәләүгә рефлексия мәлдәрен индерергә мөмкинлек бирә, герой йәше арҡаһында һәм ваҡиғаларға сумғанлыҡтан, быны булдыра алмаҫ ине. Ваҡиғаларҙы күреүҙе һәм ул тыуҙырған эмоцияларҙы тикшеренеүселәр геройҙыҡы, ә уның хәлдәрен аңлатыуҙы һәм әхлаҡи-фәлсәфәүи дөйөмләштереүҙе хикәйәсенеке итеп һанай[1].

Хикәйә башында герой үҙ-үҙенә йомолған, оялсан, яңғыҙ, әммә ғорур, принципиаль (рус.)баш. һәм маҡсатҡа ынтылышлы. Ул ауылға әсәһе янына ҡайта һәм шуның менән үҙе дусар булған ауырлыҡтарҙы кәметә ала (ауылда ашарға табыуы еңелерәк), әммә ул быға бармай, уҡыуын дауам итә[1]. Уйында, уҡыуҙағы кеүек үк, ул үҙенең һәләттәрен камиллаштырырға ынтыла. Уҡытыусы менән аралашыу уға француз теленән алға китергә генә түгел, ә үҙ-үҙенә ышаныс тойорға ла ярҙам итә. Ә ваҡыт үтеү менән хикәйәсе уҡытыусыһы менән аралашыуҙан алынған әхлаҡи дәрестәрҙең әһәмиәтен нығыраҡ аңлай.

Төп героиня Лидия Михайловна образында уның герой өсөн ғәҙәти түгел һәм таныш булмаған икенсе донъяға ҡарауы айырып күрһәтелә:

Ул минең алдымда йыйнаҡ, аҡыллы һәм матур, матур кейемдә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәш осорҙағы матурлығы менән ултыра ине, унан килгән хушбый еҫен уның һулышы тип ҡабул иттем; өҫтәүенә ул ниндәйҙер арифметика, тарих түгел, ә серле француз теле уҡытыусыһы ине.

<…>

Быға тиклем мин Лидия Михайловнаның ниндәйҙер күк ризығы менән түгел, ә иң ябай аҙыҡ менән туҡланыуын белмәнем кеүек тойолдо, сөнки мин уны шул тиклем ғәҙәти булмаған, башҡаларға оҡшамаған кеше итеп ҡабул иттем.

Француз теле менән шөғөлләнгән йорттоң мөхите лә, атмосфераһы ла уға шундай уҡ серле булып күренә: «бында барыһы ла минең өсөн көтөлмәгән һәм күнегелмәгән ине, хатта еңел һәм таныш булмаған еҫтәр менән һуғарылған һауа ла мин белгән тормоштағынан башҡараҡ ине». Уҡытыусыны икенсе донъяның изге заты итеп күргән герой уның аҡсаға «пристенок» уйнарға тәҡдим итеүенә хайран ҡала. Һәләтле малайға ярҙам итеү, уны аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн башҡа мөмкинлектәрҙе күҙ алдынан үткәргәндән һуң, мөғәлим ошо «педагогик булмаған» ысулға туҡтала. Был осорҙа геройҙарҙың мөнәсәбәттәре асыҡ һәм ихласҡа әйләнә. Малай ҡурҡыуҙан туҡтай, уңайһыҙлыҡты еңеп сыға: «Ул шау- шыулы уйнай: ҡысҡыра, ҡул саба, мине үсектерә — бер һүҙ менән әйткәндә, үҙен уҡытыусы түгел, ә ябай ҡыҙ кеүек тота, хатта ҡайһы берҙә минең уға ҡысҡыраһы ла килә ине». Уҡытыусыһының уға уйында ярҙам итергә теләүен күреп, герой асыулана. Ә тегеһе хәйләгә тотона: имеш, алдашып булһа ла еңергә тырыша. Малай уҡытыусыһын күҙәтеүҙән туҡтай, һәм уныһы барыбер ғорур малайға ярҙам итә ала.

В. Г. Распутин ас уҡыусыға ярҙам итеүҙе педагогик ҡағиҙәләрҙән мөһимерәк тип һанаған уҡытыусы образын тыуҙыра[5]. Ул үҙенең предметын ғына түгел, ә мөһим әхлаҡи сифаттарҙы — ярҙамсыллыҡ һәм изгелекте лә өйрәтә ала.

Темалар һәм проблемалар

Хикәйәнең төп темалары — изгелек һәм кешелек, рух көсө.

В. Г. Распутин һуғыштан һуңғы осорҙағы ярлылыҡ, яңғыҙлыҡ (герой, таныш булмаған мөхиттә ҡалып, өйөн һағына һәм тиҫтерҙәренә яҡынаймай), балалар араһында көс ҡулланыу проблемаларын күтәрә.

Төп идея

Ысын уҡытыусы үҙе уҡытҡан предметтан да күберәк нәмә өйрәтә ала, ул үҙенең өлгөһө менән изгелек һәм кешелеклелек, асыҡлыҡ һәм аҡыл һығылмалылығын тәрбиәләй. Әммә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн кемдеңдер ярҙамы ғына етмәй, үҙеңдең ихтыярың һәм рух көсөң булыуы мөһим.

Хикәйәне экранлаштырыу

1978 йылда хикәйә мотивтары буйынса кинофильм[6] төшөрөлгән (Уроки французского)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Полева, Писаренко, 2016
  2. Валентин Распутин «Уроки французского». О чём напоминает «израненная» книга. Российская государственная библиотека (17 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2025. (рус.)
  3. 1 2 Долгодворов Владимир. Неправильная учительница. Труд (15 март 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2025. (рус.)
  4. Грибов, 2015
  5. Берберова, 2024
  6. Уроки французского (реж. Евгений Ташков, драма, 1978 г.)