Фәйезов Абзам Ахун улы
Фәйезов Абзам Ахун улы (рус. Фаизов Абзам Ахунович) (1903—?)— Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙылармеецы.[1][2][3]
Биографияһы
1903 йылда, хәҙерге административ бүленеш буйынса, Башҡортостандың Дәүләкән районында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Дәүләкән районы военкоматы тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә.[1]
Полк командиры Т. Т. Кусимовтың хәрби наградаға тәҡдим иткән рәсми хатында «Гвардия рядовойы Фәйезов Абзам Ахун улы хәрби алыштар барышында аттарҙы дағалап торҙо һәм хәрби задаиниены 100 процент үтәргә булышлыҡ итте», тип яҙылған.[4]