Фәйзуллин Иршат Ишбулат улы

Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин (рус. Иршат Ишбулатович Файзуллин; 1972 йылдың 26 авгусы, Ишҡол, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, Рәсәй) — Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм театр эшмәкәре, менеджер. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры (2017—2025) һәм директорының урынбаҫары (2025 йылдан). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019), Рәсәй Федерацияһының Милли театрҙар ассоциацияһы Советы ағзаһы[1][2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1998—2001 йылдарҙа Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләй. 2001 йылдан башлап хеҙмәт юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында дауам итә: генераль директорҙың ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, башҡарма директор вазифаларын башҡара[1].

2017—2025 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры булып эшләй[4]. 2019 йылдың апрелендә бер үк ваҡытта театрҙың художество етәксеһе (рус.)баш. вазифаһын ваҡытлыса башҡара[5]. Уның етәкселегендә театрҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған саралар үткәрелә, тарихи бинаға капиталь ремонт эштәре башҡарыла, яңы тауыш, яҡтылыҡ һәм механосәхнә ҡорамалдары ҡуйыла, репертуарға яңы спектаклдәр индерелә, театр халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй театр фестивалдәрендә ҡатнаша[6].

2025 йылдың октябренән — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директорының урынбаҫары[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Рәсәй милли театрҙары ассоциацияһы советы ағзаһы булып тора[2]. Республика кимәлендә уҙғарылған театр форумдарында, мәҙәни акцияларҙа («Башҡортса диктант») һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының ижтимағи-мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша[7]. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет составына инә (2022)[8].

Бүләктәре

  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме (2019)[1];
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2024)[9];
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2025)[10];
  • Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Почёт грамотаһы (2024)[9].

Ғаиләһе

  • Олатаһы — Сәғит Фәйзулла улы Фәйзуллин, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны[11];
  • Ҡатыны — Альбина Әмир ҡыҙы Фәйзуллина, Башҡортостан юлдаш телеканалының «Ваҡыт ҡуласаһы» проекты мөхәррире. 2021 йылдан РФ һәм БР Журналистар берлеге ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2026)[12].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Иршат Файзуллин. bashdram.beget.tech (1 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
  2. 1 2 Директор Башакадемтеатра избран в состав Совета Ассоциации национальных театров России. bashinform.ru (11 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
  3. Директор Башдрамтеатра им. М. Гафури Иршат Файзуллин. Ассоциация национальных театров России (15 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
  4. 1 2 Ләйлә Аралбаева. В Башкирском театре драмы представили нового директора. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (10 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
  5. Ханов Олег Закирович завершил работу в качестве художественного руководителя. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сайты (11 апрель 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
  6. Эмилия Завричко. Классика и новаторство. «Уфимские ведомости» гәзите (19 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
  7. Яҡшы билдәләр генә алырбыҙ, тип өмөт итәбеҙ (башҡ.). «Тамаша» журналы (24 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
  8. Тимур Шарипкулов. Певец, военный дирижер и карикатурист: рассказываем, кому поручено поднимать культуру Башкирии. ufa1.ru (28 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
  9. 1 2 Башдрамтеатру – 105 лет! bashdram.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
  10. Поздравляем Иршата Ишбулатовича Файзуллина! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сайты (18 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
  11. Поклонимся великим тем годам. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сайты (1 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.
  12. Альбина Файзуллина. аккаунт Файзуллиной. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2026.

Әҙәбиәт

  • Башҡорт академия драма театры. 100 йыл: фотоальбом (баш.) / төҙ. М. С. Әхмәтйәнов. — Өфө: Китап, 2019. — 240 с. — ISBN 978-5-295-07287-1.;
  • Башкирский государственный академический театр драмы имени Мажита Гафури: 100 лет / сост. А. А. Абушахманов и др.. — Уфа: Китап, 2019. — 320 с. — ISBN 978-5-295-07248-2..

Һылтанмалар

© Правообладателем данного материала является АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».
Использование данного материала на других сайтах возможно только с согласия АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».